Йәмғиәт
13 Август 2025, 18:10

Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар

"Был әйбер - ҡомартҡы. Аслыҡ күргән, ризыҡ ҡәҙерен белгән, ауыр эш эшләп йәшәгән кешеләрҙең ҡул тирмәненең һәр бер өлөшөнә тарих һеңгән, тарих яҙылған".

Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланаларОлатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар
Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар

Әбйәлил районының Буранғол ауылынан Лилиә исемле блогер ауыл тормошонан бик матур фото- һәм видеолар һала. Был юлы ул олатаһынан ҡалған ҡул тирмәне тураһында яҙған.

"Был ҡул тирмәнен минең оҫта ҡуллы олатайым эшләгән. Ә өләсәйем ошо тирмәнде тартып, күп балалы ғаиләһен өйрә, икмәк, талҡан, бутҡа бешереп һыйлаған. Был әйбер - уларҙан ҡалған ҡомартҡы. Һәр бер детален ҡарап, һыйпап, тәрән уйға сумып ултырҙым. Аслыҡ күргән, ризыҡ ҡәҙерен белгән, ауыр эш эшләп йәшәгән кешеләрҙең ҡул тирмәненең һәр бер өлөшөнә тарих һеңгән, тарих яҙылған",  -тигән Лилиә.

Нисәмә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡул тирмәне әле лә файҙаланыла икән. Ысынлап та, олатаһының ҡулы бик оҫта булған.

Ә һеҙҙә ниндәй ҡомартҡылар һаҡлана?

Фото: Блогер Лилиә.

Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар
Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар
Олатаһынан ҡалған ҡул тирмәнен һаман ҡулланалар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас