Йәмғиәт
14 Август 2025, 11:30

Батырҙарҙың батыры булды

Был "Ҡараҡаплан" тип аталған ярыш һөңгө ташлау, балта ташлау, бысаҡ һелтәү, уҡ атыу, ҡылыс, сыбыртҡы, суҡмар, кистән менән эш итеү кеүек төрҙәрҙе үҙ эсенә ала. 

Батырҙарҙың батыры булдыБатырҙарҙың батыры булды
Батырҙарҙың батыры булды

Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең социаль сәхифәләрендә хәбәр итә.

"Рәсих Йортбәков боронғо төрки халыҡтарҙың көрәш сәнғәте - "Ҡараҡаплан" буйынса өсөнсө тапҡыр абсолют чемпион исемен яуланы.

Ял көндәрендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында ошо хәрби ярыш төрө буйынса турнир үтте. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар араһында, юғары оҫталыҡ күрһәтеп, Рәсих Рәсүл улы иң яҡшыһы булып танылды.

Был ярыш һөңгө ташлау, балта ташлау, бысаҡ һелтәү, уҡ атыу, ҡылыс, сыбыртҡы, суҡмар, кистән менән эш итеү кеүек төрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Был яҡшы физик әҙерлекте, таһыллыҡты һәм тиҙлекте талап итә.

Рәсих Рәсүл улы Беренсе Этҡол мәктәбендә 25 йыл физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙ хеҙмәтендә ул юғары ҡаҙаныштарға һәм бик күп наградаларға лайыҡ булды. Ул ат биатлоны буйынса ла чемпион булып танылды. Уның уҡыусылары араһында бокс һәм милли көрәш буйынса Рәсәй чемпиондары бар.

Рәсих Рәсүл улының ғаиләһе лә спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йортбәковтар ғаиләһе ете мәртәбә республика ярышында еңеп сыҡты. Рәсих Йортбәков һәм уның улдары Рәсәй энциклопедияһына 100 иң яҡшы спортсылар араһына индерелгән.

Был еңеү - көслө рух һәм спортҡа ысын һөйөү өлгөһө. Мин яҡташтарҙың уңышына ҡыуанам һәм ғорурланам. Рәсих Рәсүл улын ҙур еңеүе менән ҡотлайым һәм киләсәктә спорт өлкәһендә генә түгел, ә тормошта ла гел уңышлы булыуын теләйем!"- тип яҙған Азамат Иҙрисов.

Сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Батырҙарҙың батыры булды
Батырҙарҙың батыры булды
Батырҙарҙың батыры булды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас