Йәмғиәт
16 Август 2025, 19:30

Йәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләй

– Балаларым үҙаллы булып үҫеп киләләр. Эшем тынғыһыҙ булғас,йәйге ҡыҙыу ураҡ мәлдәрендә киске 10-11-ҙәрҙә лә ҡайтып керергә тура килә. Өлкән ҡыҙым эштән ҡайтыуыма ашарға бешереп, өйҙәге башҡа мәшәҡәттәрҙе бөтөрөп, туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып тора, – тип һөйләне уңған ҡатын.

Йәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләйЙәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләй
Йәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләй

Салауат районына эш сәфәребеҙ ураҡ башланып торған мәлгә тура килде.  Шуға осрашыуыбыҙҙы ла иң беренсе ауыл хужалыҡтарын башланыҡ.

“Үҙәк МТС-ы” акционерҙар йәмғиәтенең Дыуан филиалы Салауат районы буйынса ураҡ эштәренә керешкән. Районда улар тәүге булып урып -йыйыуға тотонған. Һарғамыш ауылы эргәһендәге ужым арышы баҫыуында заманса техника ярҙамында эш ҡайнап тора ине.

Шул арала эштең барышы менән таныштырға тип хужалыҡтың баш агрономы Татьяна Кузнецова геүләп машинала килеп туҡтаны. Икенсе йыл рулдә йөрөүе эшен күпкә еңеләйткән.

Шул арала баҫыуҙы иңләгән комбайндар ҙа бер аҙға эштәренән туҡталып торҙо. Комбайнсылар Илгиз Ғәлин, Ғәлим Хилаев, Эдик Сафиуллиндың һәр береһенең 20 йыллап хеҙмәт стажы бар.

–Уңыш яҡшы булғас, кәйеф тә көр. Иртәнән кискә тиклем эш тынмай. Ашатыу ҙа ойошторолған, шуға эш ырай – тине ялан батырҙары.

Күп һөйләп торманылар, көн матурҙа йәнә ҡабаланып эшкә тотондолар. Баш агроном Татьяна Юрьевна  беҙҙе эш барышы менән таныштырыуын дауам итте.

Был хужалыҡ Салауат районында 3700 гектар тирәһе ерҙе ҡуртымға алып эш алып бара. Уның 780 гектары ужым игене, ҡалғаны ярауай культуралар.

– Төньяҡ–көнсығыш райондарында уңыш һуңыраҡ өлгөрә. Август башына ураҡты башлап торабыҙ. Был баҫыуҙан алынған уңыш гектарынан 27 центнер тәшкил итә. Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтбеҙ. Былтырғы менән сағыштығанда иген күберәк. Һауа торошо матур ғына тороп, юғалтыуһыҙ йыйып алырға яҙһын, – тине ул.

Быйыл рапсты 840 гектарҙа үҫтергәндәр. Күҙаллауҙар буйынса уның гектар ҡеүәте 20 центнер тәшкил итә.

Ураҡ эштәре менән рәттән, киләһе йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсеү бара. Беҙ барғанда яҡынса 70 гектар майҙанда ужымды сәсеп ҡуйғайнылар. Быйыл был хужалыҡ Салауат районы биләмәһендә  1180 гектарҙа ужым сәсеүҙе ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта  пар ерҙәрен эшкәртеү саралары күрелә.

Эш тип янып торған йәш агроном һоҡланыу тыуҙырҙы. Татьяна Кузнецова тәүҙә ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Әлеге көндә ул Башҡорт дәүләт аграр университетында агроном һөнәренә белем ала.  30 йәшлек кенә белгесте яуаплы вазифаға тәғәйенләгәндәр.

Татьяна Юрьевна тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр, 12 һәм 7 йәшлек ҡыҙҙары, 10 йәшлек улдары бар. Ире бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла. Хәрби һөнәр һайлаған ғаилә башлығы ике йыл инде махсус хәрби операцияла илебеҙ тыныслығын һаҡлай.Тиҙҙән уның ялға ҡайтыуын яҡындары түҙемһеҙлек менән көтә.

Шулай булғас, күп балалы әсәй иңендә  сабыйҙары өсөн дә ҙур яуаплылыҡ һалынған.

– Балаларым үҙаллы булып үҫеп киләләр. Эшем тынғыһыҙ булғас,йәйге ҡыҙыу ураҡ мәлдәрендә киске 10-11-ҙәрҙә лә ҡайтып керергә тура килә. Өлкән ҡыҙым эштән ҡайтыуыма ашарға бешереп, өйҙәге башҡа мәшәҡәттәрҙе бөтөрөп, туғандарына күҙ-ҡолаҡ булып тора, – тип һөйләне уңған ҡатын.

Бер эштән дә ҡурҡып тормаған, хеҙмәтен дә матур итеп ойошторған, өйөндә лә уңған хужабикә була белгән ошондай йәштәребеҙ ауылдарыбыҙҙың терәге.

 Автор фотолары.

 

 

   

Йәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләй
Йәш кенә ҡатын баҫыуҙарҙы иңләй
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас