Йәмғиәт
20 Август 2025, 17:15

Был еңеүемде ҡатыныма арнайым

Рөстәм Нәбиев тағы бер бейеклекте яулаған!

Был еңеүемде ҡатыныма арнайымБыл еңеүемде ҡатыныма арнайым
Был еңеүемде ҡатыныма арнайым

Рөстәм Нәбиев тағы бер бейеклекте яулаған!

Рөстәм Нәбиев Бүрәт Республикаһындағы "Мөхәббәт түбәһе"нә (2124 м) күтәрелгән! Тауға үрләү ике көн ваҡытын алған, ә юлды 12 сәғәттә үтәләр.

Текә ҡалҡыулыҡтар, осло таштар, сорайып торған ағас тамырҙары ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, ул бирешмәй, ике ҡулында алға бара һәм маҡсатына өлгәшә.

Был еңеүен блогер ҡатыны Индираға бағышлаған.

Алда ла еңеүҙәрең күп булһын, иҫәнлек-һаулыҡ һиңә, Рөстәм!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас