

Шундай таныштарығыҙ бармы?
Уйлап ҡарағыҙ әле – эргә-тирәгеҙҙә әсәлек наҙын татыған ҡәҙимге ғаиләләр бихисап, ә был бәхеттән мәхрүм таныш-туғандарығыҙ осраймы? Һис шикһеҙ, һәммәбеҙҙең эргәһендә ундай парҙар ҙа бар. “Күптән өйләнештегеҙ, ни эшләп һаман бәпәйегеҙ юҡ?”, “Бәпес табырға уйламайһығыҙмы?”, “Ауырлы түгелһеңме?” – ошондай, тәүге ҡарамаҡҡа үпкәләтерлек бер нимәһе лә булмаған ябай һорауҙар ундайҙарҙың күңелен үткер бысаҡтай телгеләй, яраһына тоҙ һибә. Шуға күрә шәхсән ошоға оҡшаш һорауҙарҙы хатта иң бәхетле һәм гармониялы тойолған, әммә балаһы булмаған парҙарға бирергә ярамай, тип иҫәпләйем. Йөрәктәрен ниндәй уйҙар борсоғанын кем белә?
...Ошо урында бер таныш ҡатын тарихын бәйән итергә теләйем. Сағыу, сибәр, уңған ине ул. Тиңен табып кейәүгә сыҡты, матур, етеш йәшәнеләр. Ире яратҡан ҡатынын өрмәгән ергә ултыртманы, сәйәхәттәргә йөрөттө, теләгән һәр әйберҙе бүләк итте. Тик ҙур, заманса йорттарына ҡот йоҡманы: нисек кенә көтһәләр ҙә, балалары булманы.
Йәшлек елеп үткән һайын, был проблема киҫкенләшә башланы. Йөрөмәгән табиптары ҡалманы, дауаландылар, халыҡ табиптарына ла мөрәжәғәт иттеләр. Мәгәр һөҙөмтә булманы. Утыҙҙы ярайһы ғына уҙып киткәс, ЭКО процедураһын да ҡулланып ҡаранылар – килеп сыҡманы. Ҡасандыр балҡып торған ир менән ҡатындың ҡараштары һүрелде, аралары ла һыуынды.
Кем-кем, ҡатын бәлә башы үҙендә икәнен яҡшы белә ине. Ҡасандыр, йәш һәм йүләр сағында ул ауырға ҡалған, береһе лә белеп ҡалмаҫ борон аборт эшләткән. Шунда тәжрибәле табип: “Һеңлем, уйла, беренсе ауырыңды алдыртһаң, башҡа балаға уҙмауың ихтимал. Бәлки, табырһың?” – тип иҫкәртеп тә ҡараған, әммә... Алдан йығылырҙы белһәм, һалам түшәр инем, тиҙәрме әле? Тағы бер нисә йылдан таныштарымдың ғаиләһе тамам тарҡалды, тик береһенең дә иңенә бәхет ҡошо ҡунманы.
Астың хәлен туҡ белмәй...
Эйе, әсәлек бәхетен татығандар уны татымағандарҙың ғазабын аңлай алмай – быныһында шик юҡ. Ғәзиз сабыйҙы ҡулға алыр өсөн ниндәй генә һынауҙар үтмәй ҙә, ниҙәр генә кисермәй! Ә бөгөнгө мөмкинлектәр иҫ киткес киң, хатта хайран ҡалырлыҡ, мөғжизә тип атарлыҡ. Заман технологияларының бер асыҡ миҫалы булған шул уҡ ЭКО процедураһын ғына алайыҡ. Уның төп үҙенсәлеге – дауалауҙың башҡа ысулдары ярҙам итмәһә, пробиркала үҫтерелгән эмбрион аналыҡҡа урынлаштырыла һәм әсә, ауырлылыҡ осоро уңышлы үткән осраҡта, барлыҡ әсәләр кеүек, сабыйын ҡулына ала. Әлбиттә, һүҙ оҙайлы, ҡатмарлы, үҙ эсенә әллә күпме шарттарҙы, тикшеренеүҙәрҙе, процедураларҙы алған процесс хаҡында бара. Әммә әсәлек юлында бынан да ҡатмарлыраҡ һәм йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырған тағы ла бер ысул бар. Ул да булһа – суррогат әсәлек.
Айырма нимәлә? Медицина фәндәре кандидаты, тәжрибәле гинеколог Флорида Фуат ҡыҙы Бәҙретдинова әйтеүенсә, классик ЭКО процесында алынған эмбриондар биологик әсә аналығына ултыртыла, һөҙөмтәлә, ҡатын-ҡыҙ үҙ балаһына ғүмер бирә.
– Суррогат әсәлектә иһә эш биологик әсәнең һәм атаның биологик материалдарын алыу этабы менән тамамлана. Артабан ошо материалдан үҫтерелгән эмбрион суррогат әсәнең аналығына ултыртыла. Ҡыҫҡаһы, суррогат әсәлек – репродуктив технология, был осраҡта ҡатын-ҡыҙ (суррогат әсә) биологик яҡтан ата-әсә булған икенсе кешегә йәки парға бала тыуҙыра. Суррогат әсә – генетик әсә түгел, сөнки эмбрион биологик ата-әсәләрҙең йәки донорҙарҙың генетик материалынан барлыҡҡа килә. Икенсе төрлө әйткәндә, сит ҡатын тапҡан бала уның гендарын да, суррогат әсәгә оҡшашлығын да алмай. Шуға күрә Даун, Эдвардс, Патау синдромдары һәм башҡа генетик патологиялар ЭКО ваҡытында биологик ата-әсәләрҙән (ә суррогат әсә организмынан түгел) балаға күсә. Суррогат әсә тыуҙырған баланың ҡаны ла биологик ата-әсәнекенә тура килә. Аныҡлабыраҡ әйкәндә, яралғы плацента аша туҡлана һәм һулай, ә ул суррогат әсә ҡанын үткәрмәй, шуға күрә уның ҡаны баланың ҡан төркөмөнә һәм резус-факторына йоғонто яһамай.
Был – медицина күҙлегенән аңлатма. Эйе, бер яҡтан, башҡа сара ҡалмаған балаһыҙ парҙарға суррогат әсәлек – ҙур ярҙам. Икенсе яҡтан, суррогат әсәгә биологик материал биргән ҡатын, йәғни, рәсми әйткәндә, биологик әсә, нормаль шарттарҙағы йөклөлөк доминантаһын кисермәй, йәғни, 280 көн – туғыҙ ай балаһын йөрәк аҫтында йөрөтмәй, ҡарында уҡ әсә менән бала араһында була торған бәйләнеш булдырылмай. Бала донъяға килгән ваҡытта ла тыуыу доминантаһы юҡ, йәғни, биологик әсә ҡәҙимге ҡатындар кеүек бала табыу хис-тойғоларын кисермәй, ә бит ҡатын-ҡыҙ өсөн бала табыу – тормоштағы иң мөһим, ваҡиғаларҙың береһе. Шуға күрә, психологк һәм физик йәһәттән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ҡатын, биологик әсә булған хәлдә лә, балаһынан йыраҡ була тигән һүҙ. Был әсә суррогат әсә ярҙамында тыуған балаһын үҙе тапҡандай өҙөлөп, бар тәрәнлегендә ярата, ҡабул итә, үҙенең дауамы тип ҡабул итә алырмы? Гинеколог булараҡ, суррогат әсәлектең түлһеҙлек проблемаһын хәл итергә ярҙам иткәнлеген ҡабул итәм, ә ҡатын-ҡыҙ булараҡ был процесҡа ҡарата шиктәрем бар, – ти Флорида Фуат ҡыҙы.
Рәсми тел менән
Ошо урында Рәсәйҙә суррогат әсәлек хоҡуҡи йәһәттән нисек көйләнә, төп үҙенсәлектәре ниндәй икәнлеген дә билдәләп үтәйек.
Үрҙә билдәләгәнсә, суррогат әсәлек – ярҙамсы репродуктив технология ысулы, ябай тел менән әйткәндә, ҡатын-ҡыҙ (суррогат әсә) медицина күрһәтмәләре буйынса бала таба алмаған ирле-ҡатынлы пар йәки яңғыҙ кеше өсөн бала табырға ризалаша.
Рәсәйҙә суррогат әсәлек бер нисә норматив акт менән көйләнә, уларҙың нигеҙе булып Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы һәм 21.11.2011 ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” 323-сө федераль закон тора. Был документтар суррогат әсәлек процедураһын көйләүсе дөйөм принциптарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе билдәләй.
Суррогат әсәлекте ҡануни көйләү процедурала ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Һүҙ суррогат әсә, буласаҡ ата-әсә һәм бала хаҡында бара. Ҡануниәт менән көйләнгән төп аспекттар:
1.Суррогат әсә менән буласаҡ ата-әсә араһында килешеү төҙөү шарттары һәм тәртибе;
Суррогат әсәлек килешеүен төҙөү һәм процедураны үткәреү өсөн, тәүге сиратта процеста ҡатнашыусыларҙың ризалығы кәрәк. Килешеү ҡануниәт талаптарына яуап бирергә һәм бөтә мөһим шарттарҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Ғөмүмән, суррогат әсәлек – ҡануниәттең бөтә аспекттарын ентекле өйрәнеүҙе талап иткән ҡатмарлы юридик процедура.
Белгестәр билдәләүенсә, уңышлы суррогат йөклөлөк, йәғни сәләмәт бала тыуыу ихтималлығы төрлөсә булырға мөмкин, әммә уртаса 60-80% тәшкил итә. Был күрһәткес суррогат әсәнең йәшенә, һаулығына, эмбриондарҙың сифатына һәм башҡа факторҙарға бәйле булыуы мөмкин. Дөйөм алғанда, суррогат әсәлектең, традицион ЭКО менән сағыштырғанда, уңышҡа өлгәшеү ихтималлығы юғарыраҡ, бигерәк тә әгәр суррогат әсә йөклөлөктө уңышлы кисергән булһа. Суррогат әсә ни тиклем йәш булһа, уңышҡа өлгәшеү ихтималлығы ла шул тиклем юғары.
Танышымдың тәрән сере бар...
...Беҙ, ҡапма-ҡаршы ултырып, яй ғына әңгәмә ҡорабыҙ. Ваҡыт туҡтаған кеүек. Хәбәр араһында сынаяҡтағы эҫе сәй нисәнсе ҡабат һыуына, тәмен дә һиҙмәйбеҙ, ахыры. Мәгәр, күптәнге, яҡшы белгән (әллә шулай тойолған ғына?) танышым менән был гәпләшеү беренсе тапҡыр ғына түгел, тик был юлы, һөйләшкән һайын, алдымда икенсе кеше ултырғандай тойола, ә ул асҡан сер күңелемдең әллә ниндәй ҡылдарын сиртеп, мине бер уйға, бер борсоуға һала...
(БАШЫ, дауамы иртәгә)
Фото: "Башинформ".