Йәмғиәт
20 Август 2025, 10:15

Саҡмағош районына – 95!

"Район йылъяҙмаһына ғына түгел, республика һәм ил тарихына ла индергән өлөшө ҙур булған районға нигеҙ һалыуҙың башланғысында торған ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ".

Саҡмағош районына – 95!Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!

Бөгөн Саҡмағош районы тыуған көнөн билдәләй – ул 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Саҡмағош районы 95 йыл эсендә данлы юл үткән һәм бөгөн күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостандың алдынғы райондарының береһе булып тора.

– Беҙ районыбыҙ, уның тарихы, мәҙәниәте, йолалары һәм төп байлығыбыҙ – тырыш, һәләтле кешеләребеҙ, ысын илһөйәрҙәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Оло хөрмәт менән фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен иҫкә алабыҙ, уларға тәрән ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ, төрлө йылдарҙа ил азатлығын яҡлағандарҙың барыһына ла ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Бөгөн дә беҙҙең яугирҙәр Ватан мәнфәғәттәрен намыҫлы яҡлауын дауам итә.

Район йылъяҙмаһына ғына түгел, республика һәм ил тарихына ла индергән өлөшө ҙур булған районға нигеҙ һалыуҙың башланғысында торған ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Был юбилейҙы ҡаршылаған уңыштар һәм еңеүҙәр – күп быуындарҙың ҡаҙанышы! Районды булдырған, төрлө йылдарҙа етәкселек иткән, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында эшләгән яҡташтарыбыҙҙың.

Йорттар, инфраструктура объекттары төҙөнөк, ауыл хужалығын үҫтерҙек, урындағы башланғыстарҙы хупланыҡ. Әммә алда иҡтисади ҡеүәтте арттырыуға һәм граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур бурыстар тора. Иңгә-иң терәп эшләп, үҙебеҙгә ҡәҙерле булғанды һаҡлап, тарихтың сағыу биттәрен дауам итәбеҙ. Күп милләтле халыҡтың берҙәмлеге, быуындарҙың күсәгилешлеге, Ватанға тоғролоҡта – беҙҙең көс! Бөгөн көндәлек хеҙмәте менән уртаҡ йортобоҙҙо үҫтереүгә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм.

Беҙҙең төбәк йәшәһен, матурланһын, ә район йылъяҙмаһы яңы исемдәр, изге эштәр һәм иҫтәлекле ваҡиғалар менән тулыланһын. Яратҡан районыбыҙға һәм уның бөтә халҡына изгелек һәм сәскә атыуын теләйем. Байрам менән, ҡәҙерле Саҡмағош халҡы һәм яҡташтар! – тип ҡотланы Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.

Фото сығанағы: /vk.com/yamaleev_rf.

Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Саҡмағош районына – 95!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас