Йәмғиәт
21 Август 2025, 13:20

Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды

“Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите һәм гәзиттең социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова “Медицина һәм профсоюз” конкурсында еңеүсе булды.

Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылдыБөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бөгөн журналистар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн тарихи ваҡиға булды – республика Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы һәм Башҡортостандың Журналистар союзы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был “Медицина һәм Профсоюз” конкурсы еңеүселәрен ҡотлау ваҡытында булды. Сараны Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошторҙо.

Башҡортостан Журналистар союзының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡупова сарала: “Был – республиканың Журналистар союзы ҡул ҡуйған һигеҙенсе килешеү. Беҙ бер-беребеҙҙең сараһында ҡатнашырға, мәғлүмәт йәһәтенән булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Был йәмғиәт  иғтибарына лайыҡ булған медицина хеҙмәткәрҙәре, һөнәр геройҙары тураһында яңы тарихтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк”, - тине. Ул тарихи килешеүҙең Профсоюздар йортонда ҡул ҡуйылыуының да тарихи мәғәнәгә эйә икәнлеге тураһында әйтте. “Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы – республикалағы 64 мең хеҙмәткәрҙе һәм 20 мең студентты берләштергән иң ҙур ижтимағи ойошмаларҙың береһе. Ул урындарҙа социаль, хеҙмәт мәсьәләләре өсөн яуап бирә, хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлай, коллективтарҙың мәҙәни һәм спорт тормошон ойоштора. Бында профсоюз ойошмалары рәйестәре һәм журналистар бергә йыйылды. Уларҙың туранан-тура аралашыу, һорауҙар биреү, бергәләп проекттар тураһында һөйләшеү мөмкинлектәре барлыҡҡа килде”, - тине Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистарға үҙҙәренең ижади емештәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында ыңғай фекер уятҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. “Беҙ табип абруйын күтәреү йәһәтенән бергәләп эшләргә бурыслыбыҙ. Сөнки ул – хөрмәткә лайыҡ һөнәрҙәрҙең береһе. Бөгөн һаулыҡ һаҡлау тармағында 70 меңдән ашыу белгес эшләй. Табиптарыбыҙ кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара, һаулығын ҡарай. Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында махсус хәрби операция биләмәһендә лә бары яҡшы һүҙҙәр әйтәләр”, - тине Айрат Рәзиф улы.

Республика Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин үҙенең сығышында урындағы беренсел профсоюз ойошмаларының киң мәғлүмәт саралары менән конкурстан тыш та аралашыуы хаҡында һөйләне. Былтыр район гәзиттәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында 600 мәҡәлә сыҡҡан, телевидение буйынса 63 сюжет күрһәтелгән. “Беҙҙең хаҡта яҙған ғына түгел, сараларыбыҙҙа – туристик слеттарҙа, “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүҙәрендә әүҙем ҡатнашҡан журналистарҙы ла ихлас күрәсәкбеҙ”, - тине Рауил Халфин. Әйткәндәй, республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы 106 йыл эсендә уларҙың хоҡуҡтары яҡлана, хеҙмәттең хәүефһеҙ шарттары тәьмин ителә, ауыр минуттарҙа ярҙам күрһәтелә, коллективтар тормошо йәнләндерелә.  

Белеүебеҙсә, башҡа мәғлүмәт сараларында кеүек үк республикабыҙҙың төп матбуғат баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите биттәрендә лә был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре – табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр, әңгәмәләр, төрлө баҫмалар  даими донъя күрә, гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә лә медицина тураһында яҙмалар сыға. Бөгөн иһә Өфөләге Профсоюздар йортонда “Башҡортостан” гәзите редакцияһының эшмәкәрлеге Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан буйынса профсоюзы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары араһында үткәргән конкурста еңеүсе дипломына лайыҡ булды. Гәзит хеҙмәткәре, социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова “Медицина һәм Профсоюз” һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса республика конкурсының еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.

Фотолар: БР Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.

Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Бөгөн тарихи килешеүгә ҡул ҡуйылды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас