Йәмғиәт
22 Август 2025, 16:10

Өфөлә финанс белем буйынса чемпионат үтә

1 октябрҙә сәғәт 10-да  Халыҡ университетында пенсионерҙар араһында финанс белем буйынса IV Бөтә Рәсәй  чемпионаттың төбәк этабы башлана. Чемпионатта пенсионер статусына эйә булған кешеләр ҡатнаша ала.

Өфөлә финанс белем буйынса чемпионат үтәӨфөлә финанс белем буйынса чемпионат үтә
Өфөлә финанс белем буйынса чемпионат үтә

Өфөлә финанс белем буйынса чемпионат үтә

1 октябрҙә сәғәт 10-да  Халыҡ университетында пенсионерҙар араһында финанс белем буйынса IV Бөтә Рәсәй  чемпионаттың төбәк этабы башлана. Чемпионатта пенсионер статусына эйә булған кешеләр ҡатнаша ала. Теркәлеү - Плеханов исемендәге РЭУ-ҙың федераль методик халыҡ финанс грамоталылығы үҙәгенең рәсми сайтында (https://fingram.rea.ru/chempionat) 25 сентябргә тиклем.

Төбәк этаптың өс еңеүсеһе 23 октябрҙә онлайн форматта үтәсәк финал турнирында ҡатнашыусылар командаһы составына инә. Төбәк һәм федераль этаптарҙа ҡатнашыусылар ҡиммәтле приздар һәм иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ чемпионатта ҡатнашыу тураһында дипломдар аласаҡ. Чемпионатҡа әҙерлек маҡсатында Өфө райондарында сентябрь буйына пенсионерҙар өсөн финанс грамоталылыҡ буйынса бушлай лекциялар үткәрелә (теркәлеү кәрәкмәй).

Мәҫәлән, 17 сентябрҙә 12.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Өсөнсө йәштәге халыҡ университетында (Коммунистик урамы, 39, 2-се ҡат) “Финанс мутлашыусыларының яңы схемалары” һәм “Оҙайлы мөҙҙәткә һаҡлыҡ программаһы: пенсионерҙың үҙенә файҙа алырлыҡ итеп нисек инергә?” тигән лекциялар үткәрелә.

Фестивалдең төбәк этабын ойоштороусылар: БР Финанс министрлығы, “БР финүҙәге”  АНО-һы, шулай уҡ Өфө хакимиәте һәм Өсөнсө быуын халыҡ университеты.

Фото ойоштороусыларҙыҡы.  Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-08-21/v-ufe-sostoitsya-chempionat-po-fingramotnosti-dlya-pensionerov-4357135

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас