Йәмғиәт
22 Август 2025, 06:30

“Теләпәнград” тип йөрөтәләр ауылдарын яратып

Шуға ла фермер йәнтөйәгенән  ситкә китмәй

“Теләпәнград” тип йөрөтәләр ауылдарын яратып“Теләпәнград” тип йөрөтәләр ауылдарын яратып
“Теләпәнград” тип йөрөтәләр ауылдарын яратып

Илеш районының Теләпән ауылына килеп инеү менән  ситтәрәк урынлашҡан яңы мал ҡураларына иғтибар иттек. Эргәһендә тағы ла ҙур ғына төҙөлөш бара ине. Альберт Рамазановтың крәҫтиән-фермер хужалығы булып сыҡты ул.

Сығышы менән ошо ауылдан фермер. Ҡарататаһы ла Теләпәндә тыуып-үҫкән, атаһы ла ғүмер буйы ошо ергә хеҙмәт иткән, колхозда бригадир кеүек яуаплы эштәр башҡарған. Әсәһе фельдшер булып эшләй, ғүмер буйы ауылдаштарының һаулыҡ һағында тора.

Альберт Рамазанов Куйбышев механика-технология техникумында һөнәр алып, Дүртөйлө элеваторында йәш белгес булараҡ эш башлай. Һуңынан Мәскәү аҙыҡ сәнәғәте институтын да тамамлай.

2000 йылда атаһы хаҡлы ялда саҡта бергәләшеп 10 гектар ер алып крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрәләр. Тәүҙә сусҡа аҫрайҙар. Һуңынан һыйыр малдарына күсәләр. Ҡара-сыбар тоҡомло таналарҙы Свердловск яҡтарынан алып ҡайтып үрсетәләр. Әлеге көндә быҙауҙары менән уларҙың дөйөм һаны 400 баштан артып китә.

Көн һайын 2200 тонна һөт һауыла, 2 мең тоннаһы һатыла, бер өлөшө быҙауҙарға китә.

–Һөт һатыу яғынан ауырлыҡ юҡ. “Илешһөт” заводы үҙе килеп алып китә, – тип һөйләне хужалыҡ етәксеһе.

Бер ыңғайҙан малдар өсөн ҡуралар ҙа хәстәрләнә. Былтыр һыйырҙар өсөн 320 башҡа иҫәпләнгән ике бина төҙөгәндәр. Быйыл башы ябылған япма төҙөү бара. Уның оҙонлоғо 140 метрға тиң, киңлеге 20 метр. Төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында.

Бер юлы мал аҙығы ла хәстәрләнә. Күбеһенсә мал аҙығы культураларын сәскәндәр. 500-әр гектарҙа  арпа, бойҙай, көнбағыш бар, 105 гектарҙы кукуруз биләй. Арпа баҫыуҙарында урып-йыйыу башланып тора. Гектар ҡеүәте 30 центнер тәшкил итә. Кукуруз силосҡа китә, күп йыллыҡ үләндәрҙән  етерлек күләмдә сенаж һалғандар, икенсе сабыуҙы бесәнгә ҡулланалар.  

Беҙҙең әңгәмәгә һөтсөлөк-тауар фермаһы мөдире Гөлбикә Һибәтова ла ҡушылды. Мал аҙығы әҙерләү йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булмауын билдәләне. Хатта былтырғынан бесән, һалам, силос запасы артып ҡалған. Шуға ла малдарҙың уңайлы ҡышлауына ышаныс ҙур. Әле фермалар хеҙмәткәрҙәрҙең көсө менән аҡланған, дезинфекцияланған. Ҡуралар ҡышҡылыҡҡа малдарҙы ҡабул итергә әҙер.

– Хәҙер фермала эшләүе  күңелле бит ул. Хеҙмәт шарттары шул тиклем уңайлы. Һөт һауыу автоматлаштырылған. Иҙәнен дә таҙартырға түгел, һыу менән йыуҙырып ҡына алалар.  Элекке һымаҡ ҡул көсө юҡ. Малдар электр көтөүсе ярҙамында көтөлә. Уларҙы каникулда булған үҫмер малайҙар контролләй. Бының өсөн уларға мотоцикл да алып бирҙек. “Эшкә ал “ тип дәртләнеп торалар үҫмерҙәр. Хеҙмәт хаҡы яғынан да ҡәнәғәтбеҙ. Ай үтә, икенсе көнөнә үк эш хаҡы бирелә. Шуға эшкә һөйөнөп киләбеҙ, – ти Гөлбикә Рафаэль ҡыҙы.  Хаҡлы ялдағы ханымдың үҙенең хеҙмәт стажы ла байтаҡ. 30 йылға яҡын һатыусы булып эшләгән, “Правда” колхозында 10 йыл ферма мөдире булған, хәҙер был бурысты әлеге хужалыҡта башҡара. 50 йыл Теләпән ауылының килене лә ул.

Бына шулай тыуған, йәшәгән төйәктәре өсөн файҙа килтереп тырышып тир түккән замандаштарыбыҙҙы осраттыҡ Теләпән ауылында.

Альберт Рамазанов ауылын төҙөкләндереүгә лә ҙур көс һала. Мәсет төҙөткән, бөгөн ул ауылдың йәме булып иманға өндәп ултыра. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл эшләткән, 75 йыллыҡҡа  тыл хеҙмәтсәндәренең иҫтәлеген мәңгеләштергән, быйыл 80 йыллыҡ уңайынан уның ярҙамы менән Афғанистан һуғышында, Чечня хәрби бәрелештәрендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә һәйкәл барлыҡҡа килгән. Зыяраттың ҡапҡаһы ла уның көсө менән яңыртылған.  

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла бағыусы булараҡ үҙ өлөшөн индерә. Тыуған ауылы тураһында китап сығарыуға ла булышлыҡ иткән.

Киләсәктә ауылға ингән ерҙә “Мин һине яратам, Теләпән” тигән стела эшләтергә тигән маҡсаты ла бар фермерҙың.

Ауылды күтәргән, төҙөкләгән Альберт Рамазанов кеүек шәхестәре менән көслө Теләпән. Бындай ауылдың киләсәге лә ышаныслы.

 

ФЕКЕР.

Азамат РАХМАНОВ, Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары:

–Барлыҡ хужалыҡтарҙа ла малсылыҡ ҡураларын, ҡорамалдарҙы әҙерләү эштәре  ойошторолған. Ҙур төҙөлөш эштәре барған хужалыҡтарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, “Урожай” тоҡомсолоҡ заводында роботлаштырылған һөт комплексы асылырға тора. Һыйыр һауыу кеүек эштәрҙе роботтар башҡарасаҡ, был хужалыҡта эшселәр аҙыраҡ кәрәк буласаҡ. “Мир” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 400 башҡа иҫәпләнгән яңы һыйыр ҡураһын төҙөү тамамланыуға бара. Куйбышев исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә төҙөлөш башланып тора.

Ғөмүмән, беҙҙең районда милектең барлыҡ формаларындағы хужалыҡтарҙа 35 мең баш һыйыр малдары иҫәпләнә. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында уларҙың һаны 18 мең,  7 меңе – һауын һыйырҙары. Көн һайын ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 155 тонна һөт һауыла. Бер һыйырҙан тәүлек һауым 22 литр тәшкил итә. Һауым кимәле буйынса лидерҙар – “Урожай” , Куйбышев исемендәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Муса Гәрәев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы.

 Автор фотоһы.

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас