Йәмғиәт
23 Август 2025, 11:45

Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе

Андрей Назаров социаль объекттар төҙөлөшө майҙансыҡтарын ҡарағандан һуң муниципалитетҡа һәм профилле ведомстволарға сроктар үтәлешен һәм башҡарыу сифатын тәьмин итеү өсөн эштең барлыҡ этаптарында ла даими контроль алып барырға, төҙөлөштөң интенсивлығын арттырырға ҡушты.

Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙеАндрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әбйәлил районында эш сәфәре барышында муниципалитетта төҙөлөп ятҡан бер төркөм социаль объекттарҙы ҡараны. Төбәк Министрҙар кабинеты етәксеһе объекттар төҙөлөшө барышы менән танышты.

Сәфәрҙең тәүге объекты булып Асҡар ауылындағы Көнсығыш-1 микрорайонында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 640 уҡыусыға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлөшө майҙансығы торҙо. Бөгөнгә көнгә балалар баҡсаһы бинаһында төҙөлөш-монтаж эштәре һәм биләмәне йәшелләндереү тулыһынса тамамланған. Балалар баҡсаһы биләмәһенә инеү юлдарында йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, светофорҙар, шлагбаум ҡоймалар ойоштороу буйынса эш алып барыла.

- Балалар баҡсаһына килгәндә, барлыҡ ваҡ-төйәк эштәрҙе бөтөрөп ҡуйығыҙ. Яңы уҡыу йылына тиклем барыһы ла тамамланһын өсөн һеҙгә бер аҙнала эштең көсөргәнешен арттырырға кәрәк, – тип күрһәтмә бирҙе Андрей Назаров.

Шулай уҡ Андрей Назаров Әбйәлил районындағы эш сәфәре барышында Асҡар ауылында буласаҡ 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең төҙөлөш майҙансығын ҡараны. 850 уҡыусыға иҫәпләнгән белем биреү учреждениеһы бинаһы капиталь төҙөлөш проекттары исемлегенә индерелгән һәм иҫке мәктәп урынында ҡалҡып сығасаҡ. Ғәмәлдәге уҡыу корпусын, шулай уҡ ятаҡ һәм тышҡы биналарҙы һүтеү планлаштырылған. Бюджетты экономиялау маҡсатында буласаҡ объектты икенсе майҙансыҡҡа күсереү, ремонттан һуң иҫке биналарҙы өҫтәмә белем биреү учреждениелары итеп файҙаланыу башланғысы тәҡдим ителде. Андрей Назаров был тәҡдимгә ентекле анализ эшләргә ҡушты.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры ҡараған тағы бер майҙансыҡ – Асҡар ауылындағы Әбйәлил үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы төҙөлөш майҙансығы. Бөгөнгө көнгә төҙөүселәр кислород ярҙамсы станцияһын, бинаның монолитын һәм уның кирбестәрен йыһазландырыу, шулай уҡ янғын һүндереү цистернаһын урынлаштырыу буйынса эштәрҙе тамамлаған. Киләсәктә майҙансыҡта коммуналь инфраструктураны һәм электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе әҙерләү, ҡыйыҡтарҙы изоляциялау, фасадты һәм эске яғын тамамлау, башҡа эш төрҙәре буйынса эш алып барыласаҡ.

Андрей Назаров социаль объекттар төҙөлөшөн ҡарағандан һуң муниципалитетҡа һәм профилле ведомстволарға сроктар үтәлешен һәм башҡарыу сифатын тәьмин итеү өсөн эштең барлыҡ этаптарында ла даими контроль алып барырға, төҙөлөштөң интенсивлығын арттырырға ҡушты.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан

 

 

Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Андрей Назаров Әбйәлил районында социаль объекттар төҙөлөшө барышын тикшерҙе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас