Йәмғиәт
23 Август 2025, 17:30

Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән

Гөлсиә апайҙың кәзә һөтөнән шифалы рецепттарын ҡулланайыҡ  

Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгәнБер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән

“Кәзә һөтөн дә,ҡымыҙын да,  ҡатығын да эсәбеҙ, ҡаймағын да эшләйбеҙ. Ҡоротон ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуябыҙ.  Күп сирҙәрҙән дауа ул кәзә һөтө” тип башланып китте һөйләшеүебеҙ Миәкә районы Сурай ауылынан уңған ханым Гөлсиә Ғәлләмова менән.

Тормош иптәше Рәсүл Баһауетдинов менән улар күпләп кәзә малдары аҫрай.

– Кәзә һөтөнөң ауырыуҙарҙан шифа булыуын үҙебеҙҙә тоябыҙ. Шуға ла көн һайын һауыу менән кәзә һөтөн эсәбеҙ. Каникулға ҡайтҡан ейәндәргә лә иртәле-кисле эсерәм. Ҡоротон да яратып ашайбыҙ. Уны ҡуйы һөттән эшләйем. Айыртылмаған һөттө ҡайнатам. Шуны өс көн йылыла ултыртып, әсетәм. Бызырҙап, әсегәс, ҡатыҡты йылытырға ҡуям, ләкин ҡайнап сығырға тейеш түгел. Шул ваҡыт тағы ла 3-4 литр ҡайнап сығып килгән ҡуйы һөттө өҫтөнә һалам. Ул үҙенән-үҙе ирей. Иреп сыҡҡас, саҡ ҡына бутап ҡуям, был ҡатнашма бер тәүлек шул килеш ултырырға тейеш. Шул ваҡытта уның ҡорото ла күп була.    Аҙаҡ ошо ҡатыҡ һөҙөлөп сыҡһын өсөн  сепрәк тоҡсайға һалам. Һыуы ағып бөткәс, һөҙмәһе ҡала. Ошо һөҙмәгә сама менән тоҙ һалып баҫам. Шуны ваҡлап түңәрәкләйем дә  ҡояшҡа ҡуйып киптерәм. Тәмле лә, файҙалы ла. Табындарҙа был ҡоротто ашҡа һалырға яраталар. Майлы ашты эшкәртеү өсөн бик  шәп  ризыҡ, – тип һөйләне Гөлсиә Вәкил ҡыҙы.

Әйткәндәй, тырыш ғаиләлә кәзә малдарының һаны арта бара. Быйыл уларҙың һаны 15-кә еткән. Хатта береһе 5-те бәрәсләгән. Уңғандарҙың донъяһы ла шулай етеш, бәрәкәтле була.

Фото: Гөлсиә Ғәлләмованыҡы.

 

Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Бер кәзәләре быйыл хатта бишәүҙе бәрәсләгән
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас