

Илеш районы хакимиәте ашханаһында эшләүсе ашнаҡсы Зөлфиә Хәзиеваны яҡташтары тәмле бешергәне өсөн маҡтап бөтә алмай. Нимәгә тотонһа ла уңып килеп сыға уның. Дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын булһа, аш-һыу тармағында 20 йыллап эшләй.
–Бала саҡтан бешенергә оҡшай ине. Мине аш-һыу серҙәренә күберәк атайым өйрәтте. 3-4 кластарҙа уҡығанда ҡамыр ҙа баҫа , туҡмас та киҫә инем. Мин бешергәнде атайым маҡтай-маҡтай ашай торғаны. Шуға тағы ла дәртләнеберәк бешерә инем, - тине бала сағын хәтерләп Зөлфиә Фәиз ҡыҙы.
Бала саҡтан бәйләмгә лә өйрәнә ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ. Үҙе донъя ҡорғас, был һөнәренең дә файҙаһы тейә. Кейем бик булмаған заманда ҡыҙҙарына бөтә нәмәне үҙе бәйләп кейҙерә.
Хәҙер инде балалары үҫеп , үҙҙәре ғаилә ҡорған. Зөлфиә ханым тормош иптәше менән икәүләп донъя көтәләр.
Эше аш бешереү менән бәйле булһа ла, яратҡас унан һис ҡасан ялыҡмай. Яҡындарын да тәмле-тәмле ризыҡтары менән һыйлай.
–Миңә рәхмәт әйтеү ҙә кәрәкмәй. Мин бешергән ризыҡты ашап бөтһәләр, иң ҙур баһа шул. Ҡайһы ваҡыт ҡунағыңа ҡарап та ризығыңдың төрлөсә килеп сығыуы мөмкин. Ыңғай кеше булһа, айырыуса уңған һымаҡ, – тип йылмая Зөлфиә Хәзиева.
Беҙгә ул бөтә хужабикәләрҙә лә уңып бешә торған ҡоймаҡ рецебы менән уртаҡлашты.
–Бының өсөн ике йомортҡа, ике аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы ванилле шәкәр, 200 миллиграмм йылы һөт, 170 грамм он , ике сәй ҡалағы йомшартҡыс, бер аш ҡалағы үҫемлек майы алырға һәм барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп туғырға кәрәк. Татлы ғына ҡоймаҡ килеп сыға. Быны балалар ныҡ яратып ашай, – тине ул.
Оҫтаның рецебы буйынса ҡоймаҡты бешереп ҡарайыҡ әле.
Автор фотоһы.