

Әсәйем өйрәткән ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы менән уртаҡлашып үтәйем һеҙҙең менән.
3 литр һыуға ҡомалаҡтың бер ус һабаҡ, бер ус сәскәһен һал, һыуың ҡайнап сыҡҡас. Шуны бешер ҡәҙимге берәй 40 минут, талғын утта. Болғаштырып тор, һабағының өҫтә ятҡанын аҫҡа һалып. Шунан һөҙөп ал да табағың газ өҫтөндә булған көйө ҡайнар һыуыңа он һалып болғап тор. Самалап. Ҡуйыраҡ бутҡалай булһа - саммай була. Шул йылымысланһа, (тоже болғап ҡара, ныҡ эҫе булмаһын)) әсеткеңде һалып баш әсетәһең төрөп ултыртып. Ҡәҙимге икмәк әсеткәндәге шикелле. Шунан асып болға. Артабан урап тормаһаң да ярай. Ҡалҡып сыҡһа, тағы болғап шиңдер. Шунан ул ҡалҡмай башлай. Шунда әҙер була.
Ә һеҙ ҡомалаҡтан әсеткене нисек эшләйһегеҙ? Кәңәштәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине.
Сығанаҡ һәм фото: Лилиә Шаһиғәлина.