Йәмғиәт
25 Август 2025, 15:45

Һөҙөмтә ҡыуандыра

Башҡортостан шифаханалары Рәсәйҙең тәүге бишәү исемлегенә инде!

Һөҙөмтә ҡыуандыраҺөҙөмтә ҡыуандыра
Һөҙөмтә ҡыуандыра

“Рәсәй шифаханалары” милли бронь сервисы 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында шифахана-курорт ялының йәлеп итеүсәнлеге буйынса төбәктәрҙең яңы рейтингын баҫтырып сығарҙы. Беҙҙең төбәктең һөҙөмтәләре һоҡландыра:

- республика 102 мең ял итеүсене ҡабул иткән;

- номер фондының йөкләнеше 55 процент тәшкил иткән;

- шифаханаларҙың килеме – 3,9 миллиард һум.

Тикшеренеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләй. Алда Краснодар крайы, Ставрополь, Ҡырым һәм Мәскәү өлкәһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала уҡытыусыларға, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ғәмәлдә — улар төбәк шифаханаларында бушлай шифахана-курорт дауалауын ала ала.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас