Йәмғиәт
26 Август 2025, 03:00

600-гә яҡын кеше ҡайта алмай

Тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы тороп булмай шул...

600-гә яҡын кеше ҡайта алмай600-гә яҡын кеше ҡайта алмай
600-гә яҡын кеше ҡайта алмай

Ҡытайҙың Хайнань утрауында тайфун арҡаһында 600-гә яҡын Рәсәй турисы ҡайта алмаған. Уларҙың барыһы ла ҡунаҡханаларға урынлаштырылған. 

Был хаҡта Гуанчжоудағы РФ Генераль консуллығы вице-консулы Иван Рымарь хәбәр иткән.

"Хәҙерге ваҡытта беҙ 600-гә яҡын кешенең ҡунаҡханаларҙа булыуын беләбеҙ, былар инде осоп китергә тейеш булған пассажирҙар", - ти дипломат. Ул һуңғы тәүлек эсендә Санья ҡалаһынан Рәсәйгә дүрт рейс оса алмауын белдергән.

Тәбиғәт ҡанундары алдында барыһы ла көсһөҙ шул. Был юлы ла күңелһеҙ хәлдәр Хайнань утрау провинцияһында "Каджики" тайфуны яҡынлашыуға бәйле булған. 

Сығанаҡ һәм фото: "Интертат".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас