Йәмғиәт
26 Август 2025, 14:00

Ял итергә барған балалар ағыуланған

Дағстандың Тәфтиш комитеты балаларҙы ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше асҡан.

Ял итергә барған балалар ағыуланғанЯл итергә барған балалар ағыуланған
Ял итергә барған балалар ағыуланған

Дербент үҙәк район дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлегендә йәмғеһе 17 бала һәм ике өлкән кеше ятҡан.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 августа туристик агентлыҡ Ҡараҙаҡ тарлауығына ошо төркөмдән 35 кешегә экскурсия ойошторған.

Туристик үҙәккә барышлай, ата-әсә әйтеүенсә, улар төшкө ашты Гуниб биҫтәһендә ашарға булған. Төркөм үҙәккә һуңлап ҡайта, унда улар өсөн һуң киске аш ойошторола.

Бер көндән һуң сирҙең тәүге билдәләре башланған: ҡоҫоу һәм юғары температура. Өлкәндәр тәүге ярҙамды үҙҙәре күрһәтергә тырышҡан: балаларға марганец һалынған йылы һыу эсергәндәр. Әммә 25 августа төшкө ашҡа тиклем сирлеләрҙең хәле насарайған, улар 112 номерына шылтыратҡан.

Дағстан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы “Рубас” ял базаһында аҙыҡ-түлек менән ағыуланыу фараз итеүҙәре тураһында хәбәр иткән.

Был хәлгә Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте асыҡлыҡ индерҙе.«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, Туймазы районының Ҡандра ауылынан йәш йөҙөүселәр Дағстанда аҙыҡ-түлек менән ағыуланып дауаханаға эләккән. "Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре үҙаллы ял итергә ҡарар иткән. Был осорҙа күнекмәләр лагерҙары ла, ярыштар ҙа планлаштырылмаған. Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы хәлде ентекле күҙәтә, балаларҙың хәле тотороҡло, әлеге ваҡытта бер кем дә ярҙам һорамаған", - тип хәбәр иткәндәр ведомствола.

Дағстандың Тәфтиш комитеты балаларҙы ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше асҡан.

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта  Абхазия һәм Дағстанда ял иткән туристар араһында аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осраҡтары күбәйгән.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас