Йәмғиәт
27 Август 2025, 12:10

"Һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә юҡ"

Һыу аҫты кәмәһенең батҡанын беҙ башта ишетмәнек. Уттай эш ваҡыты, телевизор ҡарарға, радио тыңларға ваҡыт юҡ. Өс көн буйы этебеҙ олоп теңкәне ҡоротто. Сығып әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ, әрләйбеҙ ҙә инәбеҙ... - тине Малик ағай.

"Һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә юҡ""Һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә юҡ"
"Һөлөк кеүек егеттәрҙән... кәүҙә лә, ҡәбер ҙә юҡ"

Фәймә ИШМОРАТОВА, Фәнистең кәләше:

– Беҙ Фәнис менән интернаттан уҡ таныш. Мин ике класҡа түбәнерәк уҡыным. Армияға киткәс, миңә хаттар яҙып торҙо. 1996 йылда кәләшлеккә әйттерҙеләр. Фатиры булмағас, мине Видяевоға алып китмәне, бер йыл айырым йәшәнек. 1997 йылда улыбыҙ Данис тыуҙы. Тәүҙә исем ҡуштыҡ, шунан туйыбыҙ булды.

Фәнис хәрби хеҙмәте осоронда ла, аҙаҡ та “Воронеж” атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итте. Үткән йыл яңы төҙөлгән “Курск”иға күсерҙеләр. Шул кәмәне һынауҙа ҡатнашты. Өс ай буйы Урта диңгеҙҙә йөрөп ҡайттылар. Шулай ҙа ул “Курск”иҙы яратманы. “Воронеж”да кешеләр һәйбәт”, – ти торғайны. Шуға быйыл отпускынан һуң кире “Воронеж”ға күсәм тип юллап йөрөнө. Ләкин флотта турбинасылар етешмәй тип, Фәнисте ебәрмәнеләр. Карап командиры Лячин, күсер булһаң, хәрби хеҙмәттән китергә ғариза яҙ, тип әрләп сығарған.

Шунан Баренц диңгеҙендә 12 көн йөрөп ҡайттылар. Ҡайтҡас, беҙҙе ҡосаҡлап, ныҡ итеп иланы. Ике көн генә өйҙә торҙо. “Өс көндән әйләнеп ҡайтабыҙ, ҡайтҡас еләккә йөрөрбөҙ”, – тип ҡабалан ғына сығып киткәйне, һуңғы оҙатып ҡалыуым шул булған икән.

Фәнис ныҡ ярҙамсыл булды. Кеше тип йәшәне. Бер ваҡытта ла үҙен уйламаны. Эште айырманы. Йүргәк тә, иҙән дә йыуҙы. Ҡайтып инһә, Данисты ҡулынан төшөрмәне. Мине өрмәгән ергә ултыртманы, әсәйемде бик ныҡ яратты. “Минең дә әсәйем тере булһа ине”, – тип уфтана торғайны.

Кешеләрҙе яратты, һөйкөмлө булды. Видяевола йәшәгән яҡташтарыбыҙ беҙҙән сыҡманы. Эшкә киткәндә матростарына ҡулъяулыҡ үтекләп, “Прима” алып, майикмәк бешертеп алып сығып китә торғайны. “Минең матростарым һоранып йөрөргә тейеш түгел”, – тиер ине.

Бына шул кеше юҡ бөгөн. Данис атаһын таптыра. “Пипипкә ултырайыҡ та атайға ҡайтайыҡ”, – ти. Аңламай әле.

Иң һуңғы ҡайтҡанында кәйефһеҙ йөрөнө. Уларҙың отсектарынан углекислый газды йотоп, кислород етештереүсе аппарат юғалған икән. Бик көйәләнде. Хәҙер шул иҫкә төшһә, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Таптылармы икән ул аппаратты, әллә унһыҙ ғына китте лә барҙылармы?

Дөрөҫөн  әйтергә  ҡурҡам...

Бөтә донъяны тетрәткән “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе фажиғәһендә улдары Фәнисте юғалтҡан Баймаҡ районында йәшәүсе Ишморатовтар ғаиләһе өсөн яңы быуаттың тәүге йылы ныҡлыҡҡа, сыҙамлылыҡҡа һынау йылы булды.

– Һаулығым маҡтанырлыҡ түгел, – тине Фәнистең атаһы Малик ағай Ишморатов бер хәлен белә ингәндә. – Йөрәк бигерәк йыш ауырта башланы. Фәнис былай бик төшөмә инеп ыҙалатмай ҙа ул, телевизорҙан, радионан “Курск” тураһында көн дә һөйләүҙәре үҙәккә үтә. Йөрәк тимер түгел бит...

Яҡташтары мичман Фәнис Ишморатовтың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарған. Тыуған ауылы Мерәҫтә өй һалырға хыялланып, нигеҙгә тип таш килтереп ауҙарған урамына, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында яңы бер урамға Фәнис Ишморатовтың исеме бирелгән. Фәнис уҡыған Мерәҫ урта мәктәбендә һәм Баймаҡ мәктәп-интернатында уға арнап стендтар эшләнгән. Баймаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла, материалдар туплап, Фәнис Ишморатовҡа арналған мөйөш булдырған.

– Рәхмәт инде, яңғыҙ ҡалдырманылар, – ти Малик ағай. – Ҡайғыбыҙҙы үҙ иңдәренә төшкән бәлә кеүек ҡабул иткән ауылдаштарым, яҡташтарым булмаһа, был фажиғәне имен-аман күтәрә алыр инемме икән? Белмәйем...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәге һыҙлап саҡ йөрөгән оло кешенең яралы күңеленә бысраҡ атҡан кешеләр ҙә табылған. Малик ағайға был турала бер ни ҙә яҙмаҫҡа һүҙ биргәйнем, шуға ла ҡаты бәғерле, намыҫһыҙ кешеләргә, һеҙгә Малик ағайға кисерергә тура килгән кеүек бала ҡайғыһы төшмәһен, тип кенә әйтә алам...

Фәнистең ҡатыны Фәймә менән улы Данисҡа Сибайҙа яңы төҙөлгән  йорттан ике бүлмәле фатир биргәндәр. Данис балалар баҡсаһына йөрөй.

– Атаһын ныҡ һағына, – ти Фәймә. – Ҡайтып инеү менән: “Атайым ҡайҙа? Һаман ҡайтманымы ни? Ниңә ҡайтмай?” – тип йүгереп бөтә бүлмәләрҙе ҡарап сыға. Башҡортостанға ҡайтҡанда йүнләп һөйләшә лә белмәгән бала ҡапыл өлкәндәрсә фекер йөрөтә башланы. Ҡайһы берҙә үҙем дә тертләп китәм. Шулай ҙа һаман да дөрөҫөн әйтергә ҡурҡам... Бер пароход батҡан, атайың шуны ҡотҡарырға китте, тиһәм, улым: “Беҙҙең атай батмай, ибет?” – тип һораулы күҙҙәрен төбәй...

Яңыраҡ Өфөгә барғайныҡ. Ағиҙел күпере аша сығып барабыҙ. Пароход килә. Данис күреп ҡалды ла: “Туҡтат, туҡтат машинаны! Атайым йөҙөп китеп бара бит, фотоға төшөрөп алайыҡ!” – тип ҡысҡыра башламаһынмы!

Фәймәнең һөйләүенсә, уны һәм улы Данисты Фәнистең класташтары онотмай, һәр ваҡыт килеп, хәлен белеп тора икән. Мәктәпте тамамлауҙарының түңәрәк даталары айҡанлы йыйылышҡандарҙа ла Фәнисте матур итеп иҫкә алғандар. Иҫән булһа, быйыл 15 июлдә уға 51 йәш тулып үткән булыр ине...

Фәнис Ишморатовтың ғаиләһенә Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәте, Баймаҡ районы етәкселеге ҙур ярҙам күрһәткән. Район ойошмалары ла хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан. Бигерәк тә элекке “Баймаҡ машиналар эшләү заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә рәхмәтле Фәймә.

Исемеңде ил онотмаҫ

2001 йылдың 29 октябрендә Баймаҡ районы халҡы “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Ишморатов менән хушлашты.

XX быуаттың һуңғы авгусында Баренц диңгеҙендә булған фажиғә халҡыбыҙ йөрәгенә ҡанһыратҡыс яра булып ятты. 118 кеше менән диңгеҙ төбөнә батҡан “Курск” кәмәһендә яңы ғына егерме бише тулып үткән яҡташыбыҙ Фәнис тә бар ине.

 “Курск” кәмәһенең һәләк булыу сәбәптәрен асыҡлау һәм күтәреү йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылды. Баймаҡтар, Фәнистең яҡташтары, был ваҡиғаны ҡайғы ҡатыш түҙемһеҙлек менән күҙәтеп барҙы, сөнки һәр кемдең күңелендә Фәнистең кәүҙәһе табылырына өмөт-ышаныс йәшәне. Һиҙемләү урынһыҙ булмаған икән. Октябрҙең һағышлы, томанлы бер көнөндә Фәнис тыуған тупрағына ҡайтып ятты. Мерәҫтә зыярат урыны итеп күк Ирәндек битен һайлағандар. Фәнистең ҡәбере шуның иң бейек урынында. Төҙ ҡарағастар, һылыу ҡайындар баҫҡан ҡая Фәнискә башын эйгән. Аҫта, ус төбөндәге кеүек, Мерәҫ ялтырап ята. Туған мәктәбе, йүгереп уйнаған ата йорто, өй һалам тип һайлаған нигеҙ урыны күренеп ултыра. Фәнис башлаған урамға “Мичман Ишморатов” исеме бирелгән.

Олораҡ быуын кешеләре “Гагариндың йылмайыуы” тигән һүҙбәйләнеште яҡшы хәтерләйҙер әле. Фәнистең мөләйемлеген дә ауылдаштары, райондаштары мәңге онотмаҫ.

Тыныс йоҡла, Фәнис... Ауыр тупрағың еңел булһын.

Һүҙ аҙағында...

Юғарылағы мәҡәләм бер нисә йыл элек яҙылған...  Шуныһы ауыр: мичмандың улы Данис Ишморатов атаһының юлын дауам итеп, тормошон хәрби хеҙмәткә арнарға хыялланған һәм әрменән һуң контракт төҙөгән, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Уның хаҡында 2022 йылдың көҙөндә хәбәрһеҙ юғалған тигән хәбәр таралды. Дөрөҫөн генә бер кем дә белмәй. Уға ла, атаһыныҡы кеүек, 25 кенә йәш ине.

Мәҡәләнең авторы – ветеран-журналист Фәрит ӘХМӘРОВ. 

Фото Ишморатовтарҙың ғаилә архивынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас