Йәмғиәт
27 Август 2025, 19:15

"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."

50 йыл дауамында тормошта иңгә-иң терәп атлау, һәр бәхетле көнгә бергәләп ҡыуаныу күптәрҙең хыялы ул.

"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын...""Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."
"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."

Баймаҡ районының Ярат ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе, ауылдың имам-хатибы Хөсәйен Миңлеғәле улы һәм Әнисә Харис ҡыҙы Юнысбаевтар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләне.

Хөсәйен Юнысбаев Ярат ауылының Әпкәшәй тауының аҫтында, һуғыш ветераны Миңлеғәле олатай һәм Шәһиҙә инәйҙең күп балалы (һигеҙ) ғаиләһендә, өс ҡыҙҙан һуң дүртенсе бала булып, 1954 йылдың 20 июлендә тыуа. Унан бер йылға һуң ҡалып, 1955 йылдың 20 авгусында Йәрмөхәмәт ауылында Фатима инәйҙең ап-аҡ йөҙлө, күк күҙле ҡыҙы - Әнисә тыуа. Бер аҙҙан улар Ярат ауылына күсеп киләләр.

Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде: улар күрше булып йәшәй башлай. Ҡышын бергә тауҙан сана шыуалар, йәйен бергә уйнап үҫәләр. Мәктәпкә лә бергә баралар, бергә ҡайталар. Беренсе Этҡолға 9-10-сы класҡа уҡырға барғанда ла Хөсәйен Әнисәне велосипедҡа ултыртып алып йөрөй. Шулай итеп уларҙың дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә.

Мәктәпте бөткәс, Хөсәйен хәрби хеҙмәткә алына, ә Әнисә К. Маркс исемендәге колхоздың фермаһында һауынсы булып эшләй башлай. Әрме сафынан ҡайтҡас, күптә тормай улар өйләнешә. Дүрт ай Баймаҡ ҡалаһында йәшәгәс, тыуған ауылына кире ҡайталар һәм колхозға һауынсы, малсы булып эшкә төшәләр.

Шул башлауҙан тырышып алдынғылыҡты бирмәй хеҙмәт итәләр улар. Әнисә Харис ҡыҙы тура һүҙле, намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр депутат булып һайлана, К. Маркс исемендәге колхоздың алдынғы һауынсыһы Башҡортостан Респуликаһының атҡаҙанған малсыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булып, 34 йыл эш стажы менән 51 йәшендә хаҡлы ялға сыға. Хөсәйен Миңлеғәле улы ла алдынғылыҡты бирмәй, тырышып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Тынғыһыҙ хеҙмәттә хөрмәт ҡаҙанып, һоҡланғыс пар әле лә эшһеҙ ултырмай. Хөсәйен Миңлеғәле улы хаҡлы ялда дин юлына баҫып ауылдың имам-хатибы булып эшләй.Улар, ғаилә менән, Ярат мәсетен төҙөкләндереүгә күп көс һалалар. Бының менән ауылдаштарының, дин ҡәрҙәштәренең, ихтирамын яуланылар.

Хөсәйен Миңлеғәле улы Әнисә Харис ҡыҙы өс балаға, ике ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биреп, үҫтереп, белем биреп, үҙ-аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙерге көндәалты ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартатай, өләсәй-ҡәртәсәй улар.

Хөсәйен Миңлеғәле улының һәм Әнисә Харис ҡыҙының алтын туйҙары менән Ярат ауыл биләмәһе башлығы Альбина Булат ҡыҙы Байымова тәбрик итте. Шулай уҡ ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау бүләген, районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың ҡотлау открытҡаһын тапшырҙы. Сараны ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле йыр-бүләге биҙәне.

Хөрмәтле ғаиләне 50 йыл элек кисергән хис-тойғоларҙы, йәшлек дәртен, сәмен уятып, үткәндәрҙе яҡты матур хәтирәләр менән иҫләткән алтын туйығыҙ менән ҡотлайбыҙ. һеҙҙе ныҡлы һаулыҡта, тағы ла иңгә-иң терәп тормош тигән һикәлтәле юлдан ҡайғы хәсрәтһеҙ тыныслыҡта, балалар ҡыуанысында оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.

Сығанаҡ: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.

"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."
"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."
"Беләҙегем мәңгелек һөйөүем билдәһе булһын..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас