

Салауат районының Шәрип ауылынан Алик Рәжәпов 32 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан, был тормошта күп нәмәгә өлгәшкән.
Нефтсе булам тигән хыялы менән Өфө дәүләт нефть-техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалында белем ала. Ошо уҡ ҡалала практика үтә. Бала саҡтан тәбиғәт ҡосағында, иркенлектә йәшәп өйрәнгән ауыл егете ҡала мөхитен үҙ итмәй. Күптәрҙе аптыратып нефть тармағындағы һөнәрен ауыл хужалығына алмаштыра. Ул ваҡытта атаһы ауылда фермер булып эшләп йөрөй. Ҡайтып атаһы менән бергә эшләп алып китә. Тәүҙә ярҙам итеп кенә йөрөһә, һуңынан 2019 йылда үҙе лә крәҫтиән (фермер) хужалығын асып ебәрә. Тәүҙә игенселек эшен алып бара, аҙаҡ малсылыҡҡа ла тотона. “Башлаусы фермер” программаһы буйынса 3 миллион һумға яҡын грант отоп, шул аҡсаға ит йүнәлешендәге герефорд тоҡомло һыйыр малдары ала. Ныҡлап ит етештереү менән шөғөләнә башлай. Йәш малдары менән бергә иҫәпләгәндә бөгөн уларҙың һаны 180 башҡа етә.
–Минең маҡсат – һан өсөн түгел, сифат өсөн эшләү. Шулай ҙа малдар һанын арттырыу йүнәлешендә лә саралар күрелә, – ти йәш фермер.
Игенселек буйынса ла эш дауам итә. Күбеһенсә мал аҙығы культуралараны үҫтерә. Күп йыллыҡ үләндәр буйынса орлоҡсолоҡ хужалығы асырға тигән ниәте лә тормошҡа ашыр әле.
Эштән ҡурҡмаған егеттең хужалығы алға бара. Кәрәк икән комбайнға, кәрәк икән башҡа техникаға ултыра. Мөмкин булған тиклем техникаһын яңыртырға тырыша.
Һәр ваҡыт терәк булған ғаиләһе менән дә һоҡланырлыҡ. Алик үҙенең ауылынан Олеся исемле ҡыҙға өйләнә, гөрләтеп донъя көтәләр. Ике ҡатлы ҙур йорттары урамға йәм биреп ултыра. Тиҙҙән өй туйларға әҙерләнә йәш ғаилә. Ленария һәм Ралина исемле ике бәләкәс ҡыҙҙары ғаиләләрең ҡото һәм йәме.
Олеся Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетын тамамлаған. Һөнәре буйынса финанс белемгә эйә, һуңынан мәктәпкәсә тәрбиә буйынса ла уҡый. Декрет ялына сыҡҡансы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Фермер хужалығында ла иренә ныҡлы терәк. Хужалыҡтағы бухгалтерия эштәре уның иңендә.
–Иремдең эше тынғыһыҙ. Сәсеү, ураҡ ваҡытында уны өйҙә күргән дә юҡ. Ҡышын малдар ҡарай. Ныҡ тырыш. Ғаиләм, балаларым тип өҙөлөп тора, – тип бәхетле йылмая Олеся.
Йәштәр ауылда ҡалыуҙарына үкенмәйҙәр. Шулай ҙа ауылдарҙа тормош һүрелеүе, халыҡтың кәмеүе күңелдәрен борсомай ҡалмай.
Йәнтөйәктәрендә тормош гөрләп торһон өсөн барлыҡ тырышлыҡтарын һала Рәжәповтар. Ауылды төҙөкләндереү сараларында әүҙем ҡатнашалар, “Урындағы башланғыстарға ярҙам” кеүек программаларҙа бағыусылыҡ ярҙамын индерәләр. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә аҡсалата йәки әйберләтә ярҙам итергә тырышалар.
Рәжәповтар һымаҡ йәш ғаиләләр ауылдарыбыҙға йән өрә.
Салауат районы.
Автор фотолары.