

Күптәр билдәле блогер "Башҡорт хужабикәһе" Миләүшә Шәйхелисламованы яратып ҡарай һәм уның һәр аҙымын күҙәтеп бара. Хәйер, Миләүшә үҙенең шәхси һәм көндәлек тормошон, проблемаларын йәшермәй, асыҡтан-асыҡ социаль селтәрҙәге дуҫтарына күрһәтә. Блогерҙың үҙенең интернет дуҫтары өсөн асыҡ булыуы күптәргә оҡшай. Бынан бер нисә ай элек "Башҡорт хужабикәһе" ябығыр өсөн ашҡаҙанына операция яһатып, уны бәләкәйсәйткәйне.
Ысынлап та, Миләүшә Шәйхелисламова тиҙ арала ябыҡты һәм йәмәғәтселектең иғтибарын тағы ла арттырҙы. Әммә ҡапыл ябығыуы һөҙөмтәһендә, блогерҙың яңы проблемалары барлыҡҡа килгән. Хәҙер ул күкрәктәренә операция, йәғни "подтяжка" яһатырға теләй. Ул шулай уҡ ябыҡҡандан һуң битендә йыйырсыҡтар артыуға ла зарлана.
Нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙенең яратҡан блогерын нисек бар шулай ҡабул итә һәм уның яңы стористарын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡала.
Фото: телеграм