

Бөгөн Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” ял һәм мәҙәниәт паркында “Һөт иле” тип исемләнгән ғаилә фестивале ойошторолдо. Иртәнге сәғәттәрҙә үк кешеләр байрам урынына ағыла башланы. Быйыл 13-сө тапҡыр уҙғарылған был сараны халыҡ яратып ҡабул итте һәм һәр ваҡыт көтөп ала.
Паркта бер генә буш урын да булмағандыр. Һөт ризыҡтарын етештереүселәр төбәгебеҙҙә бик күп булып сыҡты. Халыҡ та байтаҡ йыйылды. Берәүҙәр тәмләп ҡараны, икенселәр шунда уҡ оҡшағанын һатып алырға тырышты.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан “Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт ризыҡтарын маҡтап алдылар. Ҡымыҙ, һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, аҡ май, ҡатыҡ килтергәндәр. Предприятиела һөт ризыҡтарының сифатына ҙур иғтибар бирелә, шуға ла тәүәкәндәрҙең продукцияһын халыҡ яратып һатып ала.
– Был фестивалдә йыл һайын ҡатнашабыҙ, һәр ваҡыт үҙебеҙҙең продукцияны алып киләбеҙ. Башҡалар етештергән ризыҡтар менән дә танышабыҙ, - ти һатып алыу буйынса менеджер Айнур Шәгәров.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре Регина Ҡараҙбаева, Гүзәл Әбдрәхимова ҡыҙыҡһыныныусыларға ихлас итеп һөт ризыҡтарын тәмләтте, күптәре шунда уҡ алып та китте.
Благовар районынан “Свое-Наше” предприятиеһы ла фестивалгә килеүселәрҙе ихлас ҡаршыланы.
– Һатыу баҙарында беҙ 10 йылдан ашыу эшләйбеҙ. Күптәр беҙҙе белеп бөткән. Бөгөнгө фестивалгә килеп үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ менән тағы ла бер күрештек, – ти коммерция директоры Динар Мөхәмәтдинов.
Халыҡтың яратып ҡабул иткән һөт байрамын күрергә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та килде, етештереүселәр менән аралашты. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.
Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов фестивалдә республикабыҙҙағы барлыҡ һөт ризыҡтары етештереүсе предприятиеларҙың ҡатнашыуы тураһында белдерҙе.
- Һауа шарттарына бәйле быйыл фестивалде бер генә көн үткәрәбеҙ. Иң мөһиме – беҙҙең компаниялар һатып алыусыларға үҙҙәренең продукцияһын күрһәтә, тәҡдим итә. Бында улар магазиндыҡынынан арзаныраҡ та. Республикабыҙҙа шәхси хужалыҡтарҙа, фермерҙарҙа һөт етештереү кәмеһә лә, индустриаль фермаларҙа артыуға табан бара. Беҙ киләсәктә өҫтәмә индустриаль фермалар төҙөйәсәкбеҙ. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Ишле ауылында алты меңдән ашыу һыйыр тотолған ферма бар. Унда тәүлегенә 220-250 тонна һөт алына. Шартлы рәүештә әйткәндә, ошо рәүешле барлыҡ колхоз-совхоздары менән 1989 йылдағы алты муниципаль районды алмаштырабыҙ тигән һүҙ, - тине министр.
Һөт эшкәртеү буйынса ла маҡтанырлыҡ һөҙөмтәләр бар. Әлеге фестивалдә быға йәнә бер инандыҡ.
“Һөт иле” фестивален бал ихатаһы ла биҙәне. Бында республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән умартасылар үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Килгән халыҡ тәмләп ҡарап, балдың сифатын баһаланы.
Архангел районының Муллаҡай ауылынан Флүр Ялалов 1993 йылдан ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Быға ул атаһынан өйрәнгән һәм уның шөғөлөн дауам итә.
– Фестивалгә саҡырғастар, килдем. Бал, кәрәҙ килтерҙем. Һатып алыусылар ҡәнәғәт булһын өсөн сифатҡа иғтибар бирәм. Шуға бер алғандар һуңынан да һорап мөрәжәғәт итә, – тине тәжрибәле умартасы.
Эргәһендә Иглин районы умартасылары тора ине. Геннадий Червяков улы Алексей менән килгән. Был фестивалдә беренсегә ҡатнашалар.
– Умартасылыҡ менән ҡартатайым, атайым шөғөлләнде, һуңынан ул шөғөл миңә күсте. Хәҙер улдарым да ҡыҙыҡһына. Быйыл йүкә балы менән халыҡ-ара конкурста өсөнсө урын алыуыбыҙ тағы ла дәртләнеп эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәне, – ти Геннадий Червяков.
Майҙансыҡтарҙа алма төшөрлөк урын да юҡ ине. Башҡортостанда йүнселдәребеҙҙең ни тиклем күп булыуын да сағылдырҙы фестиваль.
Шишмә районынан “Экопрод” ауыл хужалығы ҡулланыусылар һатыу кооперативының продукцияһы янында туҡталдыҡ. Вилена Дәүләтова йылҡы итенән затлы ниғмәттәр, туң тауыҡ, өйрәк иттәре килтергән, ҡымыҙ етештереүҙе лә кооператив яйға һалған. Әйткәндәй, уның атаһы малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙы эшкәртеү йүнәлешен һайлаған.
– Фестивалдә 2018 йылдан ҡатнашабыҙ. Бында яңы һатып алыусыларыбыҙҙы табабыҙ, – ти әңгәмәсем.
Башҡортостандың ауыл хужалығы консультациялау үҙәгенән финанс эштәр буйынса иҡтисадсы Рабиға Ғәзизова менән дә һөйләшеп киттек.
– Бындай фестиваль етештереүселәргә үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә кәрәк. Быйыл байтаҡ йәш фермерҙар, эшҡыуарҙар килде. Улар яңы тәжрибә туплап ҡайтасаҡ, – тине ул.
“Ҡашҡаҙан” паркына көн дауамында ғаиләләре, бәләкәс балалары менән халыҡ ағылды ла ағылды. Һөт ризыҡтарын тәмләп кенә ҡалманылар, төрлө уйындарҙа ҡатнашып та кинәнделәр. Өфө ҡалаһынан Лиана һәм Ришат Мәүлетовтар балалары Мансур, Мәрйәм менән бергәләп сыҡҡайны.
– Байрам бик матур ойошторолған. Бигерәк тә балалар өсөн күп майҙансыҡтар булыуы оҡшаны. Уларҙа рәхәтләнеп ҡатнаштыҡ, - тип һөйләнеләр.
Фестивалдә сәхнәнән йыр-бейеү ҙә өҙөлмәне. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарының йәш таланттар сығыш яһаны. Сәхнә эргәһенән кеше өҙөлмәне. Байрамға шул тиклем күп йыйылған халыҡтың кәйефен боҙорға теләмәгәндәй, көн дә матур, ҡояшлы торҙо. Барса кешегә рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек булды.
Фото: авторҙыҡы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.