Йәмғиәт
1 Сентябрь 2025, 14:30

Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?

Ҙур ғаилә традицияларын нисек һаҡларға? Күп балалы әсә Инзилә Ғәлиеваны тыңлайыҡ.  

Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?

Бөгөн йәш ҡатындар йыш ҡына карьераға өҫтөнлөк бирә. Күптәр быны тәүҙә уңайлы шарттар тыуҙырырға, уның өсөн күп эшләргә кәрәк тип аңлата.  Шулай ҙа күп балаға яҡшы әсәй булараҡ та, эшендә лә уңыш ҡаҙанған ҡатындар етерлек. Шундайҙарҙың береһе – Асҡын ауылынан күп бала әсәһе Инзилә Ғәлиева. Бишенсегә әсәй булырға әҙерләнгән 37 йәшлек ҡатындың 16 йыл стажы бар.

-Мин, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, эшемде килем сығанағы итеп кенә ҡарамайым. Эш ул -  кеше араһына сығыу, аралашыу. Мин һәр саҡ хәрәкәттә, яңы нәмәләргә өйрәнергә яратам. Һәр көн яңы белем һәм оҫталыҡ, яңы танышлыҡтар һәм тәьҫораттар килтерә. Шулай тура килде: һәр декретымдан һуң мин эш алмаштырҙым. Колледждан һуң мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыттым, университетты тамамлағас,  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломы алдым һәм балалар баҡсаһында эшләй башланым. Был ғына әҙ тойолдо, бер декреттан һуң мәшғүллек үҙәге ярҙамында бушлай яңы белгеслеккә уҡыу мөмкин икәнен белдем, шулай мин дипломлы психолог булып киттем. Ул минең бөгөнгө эшемдә ныҡ ярҙам итә, -  ти ул “Башинформ”ға.

Бына инде биш йыл Инзилә Ғәлиева Асҡын районының “Ғаилә” үҙәген етәкләй. Уның бурысы – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, МХО ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү.

Районда Ғәлиевтәрҙе өлгөлө ата-әсә, юғары квалификациялы белгестәр булараҡ яҡшы беләләр. Ғаилә башлығы – Вадим Ғәлиев ООО “Башнефть – Добыча”ла оператор булып эшләй. Ул да эшендә яуаплы, ышаныслы хеҙмәткәр, профессионал булып танылған. Ғәлиевтәр балаларында ла бер-береһенә ҡарата хәстәрлек, белемгә ҡыҙыҡһыныу,  хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Уларҙың ҙур хужалығы был маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә. Был ғаиләлә бурыстар бүленгән, һәр кем үҙ эшен яҡшы белә: малайҙар мал ҡарашһа, ҡыҙҙар өйҙө, баҡсаны тәртиптә тотоуҙы өҫтәренә алған.  Бынан тыш балалар спорт һәм йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Өлкән улдары Ҡәҙим һәм Ҡадир хәрби-патриотик клубҡа йөрөй, грэпплинг буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулай. Айзилә ҡыҙҙары Сәнғәт мәктәбендә бейеү һәм вокал менән шөғөлләнә. Бәләкәстәре – Нурзилә балалар баҡсаһына йөрөй, бик әүҙем һәм ҡыҙыҡһыныусан бала.

Ғәлиевтәр “Йыл ғаиләһе”, “Ауыл ғаиләһе” һәм башҡа конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яуларға өлгөргән.

Инзилә Рәүф ҡҙы иҫәпләүенсә, балалы ҡатындарҙың эшләүе үҙҙәре өсөн файҙаға ғына.

-Көндәлек  тормош мәшәҡәттәре ялҡытҡыс, донъя төҫһөҙ була башлай. Шуға мин ҡыҙҙарға һәр ваҡыт эшләгеҙ тим. Кеше араһында булыу, башҡаларға ярҙам итеү ҡатын-ҡыҙ өсөн бик мөһим.  Беҙҙең районда күп балалы ғаиләләр үҙҙәре башҡа ғаиләләргә, МХО яугирҙәренә ярҙам итә. Яҡындарҙың, йәмғиәттең бәләкәй генә ярҙамы ла ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға этәргес булыуы мөмкин, -  ти Инзилә Ғәлиева.

Мәғлүмәт һәм фото: https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-23/mnogodetnaya-mama-rasskazala-kak-nahodit-schastie-v-semie-i-na-rabote-4354532

 

Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Эштә лә, өйҙә лә нисек бәхетле булырға?
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас