

Башҡортостанда район етәкселәре араһында ҡатын-ҡыҙҙар арта бара. Күптән түгел республиканың Көйөргәҙе муниципаль район хакимиәте башлығы итеп Лира ТЕРЕҒОЛОВА тәғәйенләнде. Түбәндә район етәксеһе менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
– Лира Рафаил ҡыҙы, муниципаль район советында депутаттар һеҙҙең өсөн тауыш биргәндә шулай тигәйнегеҙ: “Көйөргәҙе районының ҡеүәте ҙур. Алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы бергәләп хәл итәсәкбеҙ, район һәм республика мәнфәғәтендә бергәләп эшләйәсәкбеҙ”. Ниндәй бурыстар тураһында һүҙ бара һәм хакимиәттең яҡын киләсәккә пландары ниндәй?
– Районда мин инде байтаҡ йылдар эшләйем һәм уны яҡшы беләм тип уйлайым. Айырыуса социаль өлкә менән һәйбәт танышмын. Шуға күрә, муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына тәҡдим иткәстәр, районды үҫтереү буйынса эшләп алырға кәрәктер тигән фекергә килдем. Был төбәк – минең тыуған яғым, һәм мин уны яратам, шуға күрә төп бурысым тип районды бөтәһе өсөн дә ылыҡтырғыс итеүҙе һанайым.
Көйөргәҙе районы – уникаль һәм, һис һүҙһеҙ, киләсәге ҙур төбәк. Районды “Республиканың көньяҡ ҡапҡаһы” тип атайҙар, сөнки ул Башҡортостандың иң көньяғында урынлашҡан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Шуға күрә беҙҙең планға ингән маҡсаттар араһында – район үҙәге Ермолаевка ауылының йөҙөн матурайтыу. Ул берҙәм һәм кеше иғтибарын йәлеп итерлек стилдә булырға тейеш. Ихаталарҙа, йорттарҙа һәм район үҙәгендә күркәм уңайлылыҡ булдырыу төп бурыстарҙың береһе булып тора.
“Көйөргәҙе” һүҙе йылға инешен аңлата. Был инеш һәләтле һәм күренекле шәхестәрҙе тыуҙырған, тәрбиәләп үҫтергән. Улар араһында – Салауат Юлаев менән Емельян Пугачевтың көрөштәше, башҡорт халҡының милли геройы Кинйә Арыҫланов, ХIХ быуаттың шағир-мәғрифәтсеһе Шәмсетдин Зәки, йырсы-композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, яҙыусы, шағир һәм драматург Баязит Бикбай, республиканың тәүге халыҡ комиссары Сәғит Әлибаев... Көйөргәҙе ере Тыуған илебеҙгә алты Советтар Союзы Геройын – Ғәфиәтулла Арыҫлановты, Сәлмән Биктимеровты, Хәсән Ғайсинды, Вениамин Недошивинды, Морат Ҡужаковты, Анатолий Хохловты, Дан орденының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновты, өс Социалистик Хеҙмәт Геройын – Анна Чуеваны, Шәүәли Вахитовты, Гавриил Шарковты, донъя кимәлендә танылған ғалим – профессор Марат Аҙнабаевты, Рәсәй Фәндәр академияһының күренекле академигы һәм йәмәғәт эшмәкәре Әлмира Бикҡолованы һәм башҡа лайыҡлы ул-ҡыҙҙарҙы биргән.
Беҙҙең төбәктән сыҡҡан яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында оҙаҡ һөйләргә мөмкин булыр ине, уларҙың тормошо һәм ижады шуны күрһәтә: тыуған яҡты һөйөүгә нигеҙ ошонда борондан йәшәгән халыҡтың мәҙәниәте аша һалына. Оло шәхестәребеҙ менән осрашыуҙар беҙҙең күптәнге традиция булып тора. Зөһрә апай Ҡотлогилдина, мәҫәлән, байтаҡ йылдар элек үҙенең исемендәге премияны булдырҙы һәм мәктәп уҡыусылары уны даими алып килә.
Көйөргәҙе районы үҙен мәҙәни киңлектә лә һәйбәт күрһәтә. Бында уникаль проекттар тормошҡа ашырыла. Һәм, әлбиттә, беҙҙең төп байлығыбыҙ – һәр нәмәлә әүҙем һәм һәләтле, эш һөйөүсән һәм маҡсатҡа ынтылышлы, тыуған төйәген ысын күңелдән яратҡан кешеләр.
Райондың киләсәге – уның әүҙем үҫешендә. Бының өсөн беҙ иң ҙур ҡеүәткә эйә булған төп тармаҡтарға инвестиция йәлеп итеүҙе планлаштырабыҙ. Тәүге сиратта был, тәбиғи – ауыл хужалығы. Көйөргәҙе районы барыһынан элек агросәнәғәт төбәге булып тора бит. Беҙ заманса технологияларҙы индерергә, аграр өлкәне тағы ла һөҙөмтәлерәк һәм табышлыраҡ итергә ынтыласаҡбыҙ.
Туризм да беҙҙең өсөн мөһим йүнәлеш булып тора. Районға ҡунаҡтар йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәрҙең ҙур булыуын күреп торабыҙ. Был йәһәттән беҙҙең ғорурланыр һәм күрһәтер урындарыбыҙ бар: ҡаһармандар төйәге Кинйә-Абыҙ, бында Кинйә Арыҫлановтың музейы урынлашҡан, был абруйлы урынға сит илдәрҙән дә киләләр.. Ошонан алыҫ түгел Кинйә мәмерйәһе бар. Шот паркы – бай тарихлы дендропарк – көйөргәҙеләрҙең һәм район ҡунаҡтарының яратҡан урынына әүерелде. Ермолаевка ауылындағы тыуған яҡты өйрәнеү тарихи музейы ла экспонаттарға бай, унда район тарихын төрлө яҡлап күрергә мөмкин. Башҡорт АССР-ының беренсе халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың Яңы Мораптал ауылындағы музейы ла иғтибарҙы йәлеп итерлек. Яҡут ауылы тирәһендәге тоҙло сығанаҡтар бөтә республиканан һәм сит өлкәләрҙән күп кешене йәлеп итә. Р-240 трассаһы буйында Аҡһары ауылы янында Аҡһары һыу һаҡлағысы урынлашҡан. Ошо урынға һыу һаҡлағыстың мөмкинлектәрен үҫтереү, балыҡсылыҡ булдырыу, тау саңғыһы базаһын төҙөү һәм башҡа шарттар тыуҙырыу өсөн инвесторҙар саҡырабыҙ.
Һәм, әлбиттә, сәнәғәтте лә онотмайбыҙ. Беҙҙҙең ынтылыш – уны үҫтереү, ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыу, яңы эш урындары булдырыу һәм иҡтисадты нығытыу.
– Һеҙҙең социаль өлкәлә эшләү буйынса тәжрибәгеҙ ҙур. Беҙҙең ҡатмарлы заманда Көйөргәҙе районының ошо даирәләге мәсьәләләре нисек хәл ителә һәм райондағы социаль өлкәгә нисек баһа бирер инегеҙ? Уны республиканың күрше һәм башҡа муниципаль берәмектеры менән нисек сағыштырып була?
– Райондың социаль өлкәһе ярайһы уҡ тотороҡло. Беҙҙә мәктәптәр, мәҙәниәт учреждениелары уңышлы эшләп килә. Һәр ауыл һәм ҡасабала ниндәй ҙә булһа социаль объект бар. Уларҙа беҙҙең халыҡ өсөн тәүге сиратта кәрәк булған фельдшер-акушерлыҡ пункттары тейешле кимәлдә хеҙмәтләндерә. 2026 – 2027 йылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары булдырыуҙы планлаштырабыҙ. Ауыл районы өсөн был бик мөһим, сөнки әлегә саҡлы Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы өсөн бер генә дауахана эшләй. Был ФАП-тарҙы ҡайһы ауылдарға урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ, әле конкурс һайлап алыуҙары үткәрелә.
Мәғарифҡа килгәндә, киләсәктә “Мәктәп белем биреү системаларын яңыртыу” федераль программаһына инергә тырышасаҡбыҙ. Ул биналарға капиталь ремонт үткәреү һәм матди-техник базаны яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Яҡшымбәт ауылындағы урта мәктәп буйынса проект-смета документтары әҙерләнгән дә инде, райондың төп мәктәбе булған 1-се Ермолаевка урта мәктәбенең федераль программала ҡатнашыу өсөн документтары әҙерләнеү өҫтөндә. Былар барыһы ла беҙҙең белем биреү ойошмаларын заманса талаптарға тура килтереү эшен дауам итер өсөн кәрәк. Райондың төп мәктәбе заманса күренеше менән башҡаларға өлгө булырға тейеш. Һуңғы тапҡыр киң масштаблы реконструкция Бөгөлсән һәм Керәүле-Илюшкин мәктәптәрендә үткәрелде.
Мәҙәниәт учреждениелары буйынса ремонт мәьләләре хәл итеүҙе көтә. Әммә бында иң мөһиме – ошо өлкәлә үҙ эшенә тоғро булған кешеләр эшләүе, төрлө кимәлдәге һәйбәт саралар үткәрелеүе. Мәҫәлән, августа “Кәсептәр йәйғоро-2025” исемле республика кәсептәр һәм шөғөлдәр республика фестивале уңышлы үтте, был байрамды ойоштороусыларға юғары һөнәрмәнлек һәм һәйбәт режиссура хас ине.
Һәр муниципалитет үҙенең традициялары һәм мәҙәни үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Уларҙың һәр ҡайһыһында тәжрибә уртаҡлашырлыҡ ыңғай күренештәр һәм эштәр байтаҡ. Шуға күрә беҙ күршеләр менән татыу йәшәйбеҙ. Ырымбур өлкәһендәге мәҙәниәт көндәрендә ҡатнашабыҙ. 2024 йылда Көйәргәҙе районы Ырымбур төбәгендә башҡорт мәҙәниәте буйынса традицион байрамда Башҡортостан Республикаһының вәкиле булып сығыш яһаны.
– Һеҙҙең мәғариф системаһында ла тәжрибәгеҙ ҙур – башланғыс кластар уҡытыусыһынан алып Башҡортостандың Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫарына саҡлы юл үткәнһегеҙ. Рәсәй мәктәптәренең 90-сы йылдарҙағы, 2000 йылдар башындағы хәлен һәм бөгөнгө торошон нисек сағыштырып ҡарарға мөмкин? Һеҙ үҙегеҙ, мәҫәлән, был системала нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
– Беҙ даими булып торған үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Тирә-яҡтағы донъя бер туҡтауһыҙ алға бара, шул иҫәптән – мәктәптәр, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре. Рәсәйҙең бөгөнгө белем биреү системаһы – ниндәйҙер статик, йәғни ҡатып ҡалған ҡоролош түгел, ә төрлө үҫеш этаптары аша үткән һәм трансформацияһын бөгөн дә дауам итеүсе тере организм ул.
Был үҙгәрештәрҙең төп факторҙарының береһе булып, һис һүҙһеҙ, беҙҙең тормошто һанлаштырыу тора. Ул көнкүрештең барлыҡ мөйөштәренә үтеп инә, һәм бында мәктәп тә ситтә ҡала алмай. Һанлы технологиялар балаларҙы уҡытыу процесына тамырынан йоғонто яһай, яңы мөмкинлектәр аса.
Тимәк, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә яңы шарттарға яраҡлашырға бурыслы. Һанлы донъяла үҫеп еткән балалар яңы технологияларҙы үҙ тормоштары һәм уҡыуының айырып алғыһыҙ өлөшө булараҡ ҡабул итә. Ә ата-әсәләргә балаларына был үҙгәреп торған мәғариф донъяһында ярҙам итеү өсөн яңы алымдарҙы үҙләштерәһе бар әле.
2000 йылдар башында, минең ҡарашҡа, белем биреүҙәге үтә мөһим йүнәлеште – тәрбиәне – күҙ уңынан ысҡындырғанбыҙ. Әле мәғариф системаһы үҙгәртеп ҡоролдо. Ул уҡытыуҙы ла, тәрбиәне лә үҙ эсенә ала. Бөтә яңы проекттар – директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе вазифаһын индереү, “Беренселәр хәрәкәте” балалар хәрәкәтен тергеҙеү ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек тәрбиәһенә, Ватанды һөйөүгә булышлыҡ итер тип ныҡ өмөт итәм.
Мәғариф системаһында реформалар бик күп булды һәм бөгөнгө хәлде шулай тип баһалай алам: ил мәғарифында берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу тамамланды. Ниһайәт, шуны аңлауға килдек: берҙәм белем биреү киңлеге, ысынлап та, мөһим, быйылғы уҡыу йылынан башлап берҙәм дәрестәр теҙмәһе, берҙәм уҡыу йылы режимы, берҙәм календарь графигы индерелә. Илдең барлыҡ мәктәптәрендә көҙгө, яҙғы һәм ҡышҡы каникулдар бер үк ваҡытта һәм берҙәй оҙонлоҡта буласаҡ.
– Көйөргәҙе районы айырым үҙенсәлектәргә эйә: район үҙәге, эргәлә генә Күмертау булһа ла, ҡалала түгел, ә ҡасабала урынлашҡан. Был үҙенсәлек райондың үҫешенә нисек йоғонто яһай?
– Күмертау ҡалаһының тирә-яғын биләгән Көйөргәҙе районы ошо ҡала округы менән бәйле бай тарихҡа эйә. 1992 йылға тиклем ул Күмертау районының бер өлөшө булған, ә артабан, үҙаллылыҡ алып, Көйөргәҙе районы булып киткән.
Был яңы статус ауыл хужалығы менән сәнәғәттең, шулай уҡ белем биреү, мәҙәниәт һәм спорттың үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Ауылдарҙы һәм район үҙәген үҫтереүгә ҙурыраҡ иғтибар бирә башлағандар, ауыл ерендә торош шарттарын яҡшыртыуға ярҙам да артҡан.
Күмертау ҡалаһына яҡын булыу урындағы етештереүселәргә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу өсөн баҙар мөмкинлеген бирә һәм төрлө хеҙмәттәшлек өлкәләрендәге сәләмәт көнәркәшлекте булдыра.
Бынан тыш, ҡаланың янында булыуы йәштәргә сифатлы урта һөнәри һәм юғары белем алыуҙы еңелләштерә. Күмертауҙа алты белем биреү ойошмаһы – Ырымбур дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалдары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары урынлашҡан. Көйөргәҙе районы балаларының бер өлөшөн Күмертауҙа уҡытыу, бересенән, ғаилә бюджетын һаҡсыл тотоноу планында, икенсенән, эшкә урынлашыу күҙлегенән ҡарағанда отошлораҡ.
Тимәк, был яҡынлыҡ ошо уҡыу йорттарын тамамлағандарҙың тыуған районда йәки Күмертау ҡалаһында эшкә тороп ҡалыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Бөгөн һәр урында кадрҙар ҡытлығы күҙәтелеүе барыбыҙға ла мәғлүм, ә Күмертау ҡалаһы менән йәнәш булыу һәм ундағы мөмкинлектәрҙе файҙалана алыуыбыҙ белгестәрҙе йәлеп итеү һәм урында ҡалыу менән ҡыҙыҡһындырыу өсөн айырыуса мөһим.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.