

“Хәҙер ауылда күптәр ҡош-ҡорт, айырыуса бройлер тауығы аҫрауҙы ҡулай күрә. Тиҙ өлгөрә, ашҡа ла, ҡурып-быҡтырыуға ла бына тигән ит.
Мин бройлерҙы йылына ике тапҡыр – апрелдә һәм июнь аҙаҡтарында алам. Балалар менән ашауға ла, һатыуға ла етә.
Быйылғы тәүге өмәлә бер хәл булды. 30 бройлерҙы эшкәртеп алырға булдыҡ. Ике киленем килде, ҡаланан ҡыҙым менән кейәү ҡайтты. Күңелле генә эшләнек. Бабай менән кейәү салып, ташып торҙо, беҙ таҙаланыҡ.
Тауыҡтарҙы эшкәртеп бөтөп, тыштағы еләҫ урынға теҙеп, өҫтөн йоҡа сепрәк менән яптыҡ та төшкө сәйгә туҡтаныҡ. Төштән һуң, тиреһе бер аҙ кипкәс, газ горелкаһы менән өтөп алабыҙ.
Сәйгә ултырғайныҡ ҡына күрше ҡатын килеп инде. Саҡырһаҡ та ултырманы, үтескә тип 500 һум аҡса һораны ла, биргәс, сығып китте. Күршеләр мал-тыуар ҙа, ҡош-ҡорт та аҫрамай. Ҡайҙалыр ҡырҙа, Мәскәү яғында вахта менән эшләп ҡайталар. “Нишләп йәйгеһен ҡош-ҡорт булһа ла алмайһың?” тиһәң, “Эй, апай, мин һеҙгә аптырайым, һуң шул тауыҡ ите магазин тулы бит. Уны нишләп ыҙалап үҫтерергә? Ашайым тиһәң, мантыһы ла, билмәне лә туп-тулы”, - тип ебәрә. Ярай, үҙҙәренә шулай оҡшағас, йәшәһендәр, бер һүҙем дә юҡ.
Сәй эсеп сыҡтыҡ та тағы эшкә тотондоҡ. Һимеҙ генә әҙер тауыҡтарҙы килендәргә, ҡыҙыма күстәнәскә биреп, ҡалғанын туңдырғысҡа һалыр алдынан һанаһам, берәү тулмай кеүек. Яңынан һананым. Миңә ышанмай, ҡыҙым ике тапҡыр һананы. Ысынлап та, 29 шул.
Шик күршегә төштө. “Магазиндан һатып алаһың да ашайһың тиһә лә, өй тауығы тәмлерәк шул. Эләктереп сығып киткәндер инде суҡынсыҡ! Хәҙер кәрәген бирәм мин уның!” – тип ярһыным. Ҡыҙым менән килендәр мине тынысландырырға тырышты. Тауышҡа килеп сыҡҡан ирем ҡәтғи итеп: “Бер тауыҡ өсөн ҡаңғырып йөрөмә!” тип кенә ҡуйҙы.
Шул ваҡыт ейәнебеҙҙе эйәртеп, кәртә артындағы йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға киткән кейәү ҡайтып инде.
– Ҡәйнәм, анауында беҙҙең эт нимәлер ашап ята, әллә тауыҡ булды инде ул, һинең тауыҡтарың теүәлме? – ти.
Барып ҡараһаҡ... Ысынлап та, үҙебеҙҙең Аҡбай тауыҡ мөнйөп ята. Тере саҡтарында бер ваҡытта ла ҡош-ҡортҡа теймәгән этебеҙ, ит еҫен һиҙеп, түҙмәгәндер инде. Ас та түгел бит әле.
Ярһыған мәлемдә әлдә генә күршегә барып инмәгәнмен тип ҡыуандым һуңынан. Бына шундай хәлдәр ҙә булып ҡуя. Ҡыҙыу баштан бер нимә лә хәл итергә ярамай икән ул...
Сәләм менән – Мөнирә апайығыҙ".
Автор фотоһы.