

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хәрби комиссариаты буйынса үҙәк хәрби округының берләшкән стратегик командованиеһы инспекторы, генерал-майор Владимир Трофимовҡа “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын тапшырҙы.
Хәрби хеҙмәткәр үҙенең хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Был минең 12 йыл етәкселек иткән бөтә коллективҡа бүләк. Башҡортостан етәкселегенең ярҙамы менән ул һәр ваҡыт ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй, – тип билдәләне Владимир Трофимов. – Беҙҙә ғәжәп республика, ғәжәп кешеләр йәшәй. Һәм бындай төбәктә насар эшләү мөмкин түгел. Бөгөн беҙҙең хәрби комиссариат яҡшы традицияларҙы һәм үҙ эшен дауам итә. Һеҙ, Радий Фәрит улы, республикабыҙҙа комплектланған һәм хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәгән частарҙа булып, шәхсән үҙегеҙ быға инандығыҙ. Ваҡыт еңел түгел, әммә берҙәмлек һәм тупланғанлыҡ арҡаһында беҙ еңәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.