

Әлмира Ризуанованы бүздәктәр аш-һыу уңғаны итеп белә. Бешереүе ҡатмарлы ризыҡтарҙы ла һәр ваҡыт уңдырып килтереп сығара. “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын ул бөгөн үҙе бешереп, һынап ҡараған тәмле лә, файҙалы ла булған етен, кунжут, көнбағыш орлоҡтарынан икмәк бешереү серенә өйрәтте.
- Иң беренсе ҡамыр башы (опара) эшләйбеҙ. Бының өсөн 32 грамм бойҙай әсеткеһе, 64 грамм һыу, 64 грамм юғары сортлы бойҙай оно алабыҙ. Һәм уны бүлмә температураһында 6-7 сәғәткә әсетергә ҡуябыҙ.
Артабан эштең икенсе этабына күсәбеҙ. Беҙгә 70 грамм көнбағыш, 35 грамм кунжут, 35 грамм етен орлоғо һәм улар өсөн 200 грамм һыу кәрәк буласаҡ. Бөтә орлоҡтарҙы ла йыуабыҙ, табала ҡыҙҙырабыҙ. Һыуытабыҙ һәм һыуҙа ебетәбеҙ.
Ҡамыр башы (опара) күтәрелгәс, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамыр башын бутайбыҙ, уға 350 грамм һалҡын һыу, 585 грамм юғары сортлы бойҙай оно, 65 грамм бойҙай йәки арыштың бөтөн бөртөклө онон (цельнозерновая) өҫтәйбеҙ. Ебетелгән орлоҡтарҙы ла ҡушып бутап, ҡамырҙы 20-30 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.
Һуңынан 32 грамм һалҡын һыу һәм 13 грамм тоҙ өҫтәйбеҙ. Һәм йәнә ярты сәғәт ҡамырҙы ял иттерәбеҙ. 30 минут үткәс, ҡамырҙы бер-береһенә ҡатлап һалыу рәүешендә (складывание) ҡамыр баҫабыҙ. Һәр ярты сәғәт һайын 5-6 тапҡыр ҡамырҙы һуҙабыҙ һәм өҫтөнә ҡатлап һалабыҙ.
Ҡамырҙың әсеү ваҡыты бүлмә температураһында яҡынса 3,5-4 сәғәткә тиң. Матур итеп ҡабарған ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ һәм түңәрәкләп һалып, 20-30 минутҡа ҡалдырып торабыҙ.
Аҙаҡ формалап кәрзиндәргә һалып һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, унда ул яҡынса 8-14 сәғәт тотола. Артабан икмәкте пергамент ҡағыҙына һалып, өҫтөнә киҫеп биҙәктәр яһайбыҙ һәм эҫе суйын ҡаҙанда ҡапҡас аҫтында 230-270 градуста 30-35 минут бешерәбеҙ. Эргәһенә һыу менән һауыт ҡуйһағыҙ, тағы ла һәйбәт.
Артабан һыулы һауытты алабыҙ, ҡаҙандың ҡапҡасын асабыҙ һәм 7-8 минут 210-250 градуста бешерәбеҙ.
Әлмира ханымдың бындай икмәк бешереү сере менән ҡыҙыҡһынмаған бер генә хужабикә лә ҡалмағандыр. Оҙаҡҡа һуҙмай, бөтәбеҙ ҙә иҫ киткес тәмле икмәкте бешереп ҡарайыҡ әле.
Фото: Әлмира Ризуанованыҡы.