Йәмғиәт
5 Сентябрь 2025, 18:40

Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған

70 йыл бергә ғүмер иткән һоҡланғыс пар менән танышығыҙ.

Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырғанӨфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған
Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған

Әнисә менән Нәжәп Сәхәбетдиновтар Кушнаренко районының күрше ауылдарында тыуып үҫкән, ә Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған. Пар ике балаға ғүмер биргән, дүрт ейәндәре һәм ике бүләләре бар.

Нәжәп Ғаяз улының хеҙмәт юлы Өфө моторҙар эшләү һәм Өфө агрегаттар етештереү берекмәләренә бәйле. Стажы – 46 йылдан ашыу. Әнисә апай ҙа Өфө агрегаттар етештереү берекмәһендә эшләгән. Сәхәбетдиновтарҙың оҙайлы хеҙмәте төрлө наградаларға лайыҡ булған.

Ете тиҫтә йыл бергә йәшәгән пар әйтеүенсә, оҙаҡ татыу ғүмер итеүҙең сере – бер-береңде хөрмәт итеү, аңлауҙа.

Ғаилә юбилярҙарын ҡотларға Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов менән райондың ЗАГС бүлеге мөдире Иина Аверьянова килгән. Улар өлкәндәргә БР Башлығының, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһенең ҡотлау хаттарын, ҡиммәтле бүләк тапшырған.

Фото: Ленин районы хакимиәте һәм уның етәксеһе Олег Котов сәхифәләренән.

Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған
Өфө уларҙы таныштырып ҡауыштырған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас