Йәмғиәт
5 Сентябрь 2025, 17:00

Софьяны иҫләйһегеҙме? Яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ

Израилдә табиптар ҡыҙға операция яһауҙан баш тарта, сөнки ул диагноздар “гөлләмәһе” арҡаһында операцияны күтәрә алмаҫ, тиҙәр.

Софьяны иҫләйһегеҙме? Яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙСофьяны иҫләйһегеҙме? Яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ
Софьяны иҫләйһегеҙме? Яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашабыҙ

Тышҡы ҡиәфәте һәм сире өсөн балалар баҡсаһына алырға теләмәгән Софьяны хәтерләйһегеҙме? Ул быйыл мәктәпкә барған!

Биш йыл элек Стәрлетамаҡ районынан Софья Ғиззәтуллинаның – деформацияланған йөҙлө һәм бер-береһенә тоташҡан бармаҡлы ҡыҙҙың тарихы бөтә илгә таралды. Ул саҡта өс йәшлек сабыйҙы ғәҙәти булмаған тышҡы ҡиәфәте арҡаһында балалар баҡсаһына алырға теләмәйҙәр ине. Йәмәғәт резонансынан һәм прокуратура ҡыҫылышынан һуң Софья мәктәпкәсә учреждениеға юллама алды.

Ғиззәтуллиндар ғаиләһе Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылында бик ярлы шарттарҙа йәшәй ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарихҡа иғтибар иткәндән һуң, ғаиләнең хәле яҡшырҙы, ата-әсәләр Стәрлетамаҡ районының Бельское ауылында ике бүлмәле фатир алды.

Софьяны Израилгә тикшереү өсөн ебәрәләр. Ҡыҙҙы доктор Барак клиникаһында тулыһынса тикшерәләр. Бәләкәй пациентҡа йөҙ деформацияһын төҙәтеү һәм бармаҡтарын айырыу буйынса операция үткәреү планлаштырыла ине. Әммә һөҙөмтәлә табиптар ҡыҙға операция яһауҙан баш тарта, сөнки ул диагноздар “гөлләмәһе” арҡаһында операцияны күтәрә алмаҫ тиҙәр.

Софья Ғиззәтуллинаға шулай ҙа бер операция үткәрергә тура килә. Өфөлә табиптар аңҡауындағы ярыҡты алып ташлай, уның арҡаһында ул насар һөйләшә һәм ашай ҙа, эсә лә алмай ине. Хәҙер ҡыҙҙың яңы тормош этабы башлана – ул мәктәпкә барған.

“Йәйғор” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы социаль селтәрҙә беренсе класс уҡыусыһының фотоһын баҫтырып сығарҙы. Фотола ул “Һаумы, мәктәп”яҙыуы фонында ултыра.

"Беренсе тапҡыр беренсе класҡа. Беҙҙең Софья аҡыллы ҡыҙ. Уҡыуҙа уңыштар теләйбеҙ. Һаулыҡ һәм бәхет. Тирә-яғында һәр ваҡыт игелекле һәм ярҙамсыл кешеләр булһын”, – тип яҙған фото аҫтына ирекмәндәр.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас