

14 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 23:59 сәғәттә этосемейное.рф сайтында «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» президент платформаһында үткәрелгән халыҡ иң яратҡан проект – “Это у нас семейное” конкурсының икенсе миҙгелендә ҡатнашыуға теркәлеү тамамлана.
Ғаилә конкурсында бөтә илдән йөҙҙәрсә мең ватандашыбыҙ ҡатнаша, улар араһында Башҡортостан Республикаһынан 5093 кеше – 1607 ғаилә бар. Улар төп бүләктәр өсөн көрәшергә әҙер: еңеүселәргә һәр ҡайһыһы биш миллион һумлыҡ 60 сертификат ҡаралған, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға була, ә финалсыларға ғаилә менән сәйәхәт итеүгә юлламалар бирелә.
“Илдең иң татыу һәм әүҙем ғаиләһе” исеменә ярышыр өсөн конкурсанттарға 14 сентябргә тиклем ғаилә аккаунтын булдырырға һәм команданың бөтә ағзаларына анкета тултырырға кәрәк.
Конкурстың дистанция этабы 1 октябргә тиклем дауам итә һәм Рәсәй тарихын һәм мәҙәниәтен белеүгә арналған викторина менән тамамлана. Этосемейное.рф сайтындағы ғаилә аккаунтында ҡатнашыусыларға бөтә тематик заданиелар ҙа асыҡ.
Конкурстың бөтә дистанция этабы йомғаҡтары буйынса округ ярымфиналдарында ҡатнаша торған ғаилә командалары билдәләнә. Ә 2026 йылдың йәйендә конкурстың икенсе миҙгеле финалы үтә.
Ғаилә командаларын этосемейное.рф сайтында 14 сентябргә тиклем теркәргә мөмкин. Конкурсҡа дүрт һәм унан да күберәк кешенән торған ғаилә командалары ғариза бирә ала, улар өс һәм унан да күберәк быуын вәкиле булырға тейеш. Теркәлеү ваҡыты тамамланған мәлдә ғаилә командаһы составында 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡатнашыусы булырға тейеш.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының иң ҙур проекты 2025 йылда “Ғаилә” милли проектының (национальный проект “Семья”) бер өлөшөнә әйләнде.
Конкурстың беренсе миҙгелендә 102 735 ғаилә командаһынан 587 250 кеше ҡатнашҡан. Улар Рәсәйҙең 89 төбәгенән йыйылған, 81 илдә йәшәгән туғандары менән бергә ҡатнашҡан.
Фото: ойоштороусыларҙан.