Йәмғиәт
6 Сентябрь 2025, 12:15

Баймаҡ районы бизнес -шәрифе "Изге акция"ға ҡушылды

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә барған "Матбуғатҡа изге яҙылыу" акцияһына Баймаҡ районының бизнес - шәрифе Руслан Дәүербәков та ҡушылды.

Баймаҡ районы бизнес -шәрифе "Изге акция"ға ҡушылдыБаймаҡ районы бизнес -шәрифе "Изге акция"ға ҡушылды
Баймаҡ районы бизнес -шәрифе "Изге акция"ға ҡушылды

"Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале сиктәрендә барған "Матбуғатҡа изге яҙылыу" акцияһына Баймаҡ районының бизнес - шәрифе Руслан Дәүербәков та ҡушылды. Ул 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына «Сельские узоры» журналына яҙылған.

– Был журналды 10 йыл самаһы алдырам. Яҡшы, файҙалы баҫма ул: республикалағы ауыл хужалығы техникаһына, ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы барлыҡ яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы аналитика – бер урында. "Республика Башкортостан" гәзитен, шулай уҡ урындағы ваҡытлы матбуғатты: "Баймакский вестник" һәм "Һаҡмар"ҙы һәр саҡ алдырам. "Изге яҙылыу" акцияһы бик кәрәкле һәм дөрөҫ башланғыс. Йылына бер нисә тапҡыр ҡатнаша алыуы бик шәп, мин дә шуны эшләргә тырышам, – тип билдәләне бизнес-шәриф.

Сығанаҡ: mgazeta.com

Автор:Карима Усманова
Читайте нас