Йәмғиәт
7 Сентябрь 2025, 08:00

Тиҙ генә бешә торған хачапури

Ял сәйе тәмле булһын!

Тиҙ генә бешә торған хачапуриТиҙ генә бешә торған хачапури
Тиҙ генә бешә торған хачапури

Уны икенсе төрлө “ялҡау" хачапури тип йөрөтәләр.

Ингредиенттар:

▪ 300 г эремсек

▪ 3 йомортҡа

▪70 г сыр

▪70 г он ( ондоң күләме эремсектең дымлылығына бәйле, әҙләп өҫтәргә була)

▪Бер семтем тоҙ

▪0,5 балғалаҡ ҡабартҡыс

Әҙерләү:

▪Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып яҡшылап болғатырға кәрәк.

▪ Һуңынан табаға ҡоймаҡ ҡойған һымаҡ майланған табала талғын утта ҡапҡас аҫтында бешерәбеҙ.

▪Хачапуриның аҫҡы яғы ҡыҙарһа әйләндерәбеҙ. Ике яғы ҡыҙарһа әҙер була. Бешеп сыҡҡас аҡ май менән майларға мөмкин.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас