

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нефть һәм газ сәнәғәте тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:
“Хөрмәтле дуҫтар!
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ! Бөгөн тармаҡтың йөҙҙәрсә мең белгесе нефть сығарыуҙа һәм нефть эшкәртеүҙә, нефть химияһы объекттарын төҙөүҙә намыҫлы эшләй, нефть һәм газ сәнәғәте комплексы өсөн заманса ҡорамалдар етештерә. Яғыулыҡ-энергетика комплексы Рәсәй иҡтисадының төп тармағы һәм Башҡортостан сәнәғәтенең нигеҙе булып ҡала.
Республика Рәсәй төбәктәре араһында нефть сығарыу буйынса иң ҙур күләм менән һигеҙенсе урынды һәм эшкәртелгән нефть күләме буйынса беренсе урынды биләй. Беҙҙә «скважинанан бензин колонкаһына тиклем» бөтә етештереү циклы бар.
Төбәк өлөшөнә Рәсәйҙең нефть сеймалын эшкәртеүҙең яҡынса 13 проценты, автомобиль бензинының биштән бер өлөшө, дизель яғыулығының 16 проценты тура килә. Тап нефть тармағы төбәк ҡаҙнаһына килемдең яҡынса 40 процентын килтерә.
Башҡортостанда сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыусыларына газ ебәреүҙе тәьмин итеүсе үҫешкән газ торбалары селтәре бар, газлаштырыу кимәле буйынса алдынғылар рәтендә тора. Төбәктә 1,5 миллион фатир һәм йорт, 20 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡ, сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль һәм башҡа объекттар газға тоташтырылған.
2024 йыл йомғаҡтары буйынса республика газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса өсөнсө, газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса беренсе урынға сыҡты. Нефть һәм газ секторы предприятиелары юғары технологик үҫеш кимәлен күрһәтә, алдынғы технологияларҙы һәм һанлы ҡарарҙарҙы производство эшмәкәрлегенә әүҙем индерә. Был ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә – фиҙакәр хеҙмәт, юғары профессионаллек һәм нефтселәр, газсылар, тармаҡ ветерандары эшенә тоғролоҡ.
Хөрмәтле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, республика һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, изгелек!”
Фото: glavarb.ru