Йәмғиәт
7 Сентябрь 2025, 08:10

Ямғырлы көндәр дауам итә

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Көслө ел сыға.

Ямғырлы көндәр дауам итәЯмғырлы көндәр дауам итә
Ямғырлы көндәр дауам итә

Башҡортостан гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 7 сентябрҙә, Башҡортостанда үҙгәреүсән болотлолоҡ көтөлә, яуым-төшөм булмаясаҡ. Төндә һауа температураһы +7-нән +12 градусҡа тиклем тирбәләсәк. Көндөҙ һауа +17...+22 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, уртаса, урыны менән талғын көслө иҫәсәк.

Дүшәмбе, 8 сентябрҙә, ямғыр һәм көслө ел фаразлана, төндә һауа температураһы +11 градусҡаса төшә, көндөҙ иһә +22 градусҡаса күтәрелә.

Шишәмбе, 9 сентябрҙә, йәнә елле һауа торошо, ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һауа температураһы +11 градус тирәһе булһа, көндөҙ иһә +20 градусҡаса күтәрелә.

Фото: “Башинформ”

Автор:Карима Усманова
Читайте нас