Йәмғиәт
10 Сентябрь 2025, 14:10

Һеҙҙең дә ҙурайған балаларығыҙ аҡса һораймы?

Беҙҙекеләр уй аптырата... Кешегә һөйләүе лә оят... 

Һеҙҙең дә ҙурайған балаларығыҙ аҡса һораймы?Һеҙҙең дә ҙурайған балаларығыҙ аҡса һораймы?
Һеҙҙең дә ҙурайған балаларығыҙ аҡса һораймы?

“Яратҡан кешемә кейәүгә сығып, һау-сәләмәт, матур ике бала таптым. Ирем менән уларҙы иркәләп-наҙлап, кеше араһында кәм-хур итмәй үҫтерҙек. Теләгәндәре алдарында булды. Ирем оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләне, аҡсаны мул алды. Әле Себерҙән ҡайтһа ла, шәхси урман хужалығында эшләүен дауам итә. Мин үҙем урындағы автозаправкала эшләйем.

Балалар яҡшы уҡыһын, белем алһын тип тырыштыҡ. Ҡағылмай-һуғылмай, иркәләнеп буй еткергән балаларыбыҙ  тормошҡа яраҡһыҙыраҡ булып сыҡты. Бер-бер артлы үҙ донъяларын ҡорһалар ҙа, һаман беҙҙең ярҙамһыҙ йәшәй алмайҙар. Ҡыҙыбыҙға ипотекаға фатир алып бирҙек, ай һайын уныһын түләргә кәрәк. Эшкә төшөп, түләүҙе еңеләйтһен өсөн ейәнебеҙҙе көтөргә алдыҡ. Улыбыҙға район үҙәгендә өй һалып, бурысҡа баттыҡ, ул да баш баҫып бер урында ғына эшләмәй. Үҙ эшен дә асып ҡараны, ҡырҙа ла йөрөп ҡайтты, тик аҡсаһын ғына күргән юҡ.

Үҙем дә, ирем дә, хаҡлы ялға сыҡһаҡ та, һаман эшләйбеҙ, сөнки ипотеканы түләргә, йорт төҙөгәндә алған кредиттарҙы ҡайтарырға кәрәк. Аҡса кәрәккән һайын, “Әсәй, шуныңса ғына биреп тор инде”, – тип йүгерә лә киләләр. Хәҙерге йәштәр тормош көтөүгә нисектер еңел ҡараймы шул, аңламайым: кафе-фәләндән әҙер ризыҡ, пиццамы, сушимы заказ итеп кенә ашайҙар. Әйтһәм, яратмайҙар. Кешеләрҙең үҙаллы донъя көткән, ата-әсәләренә ярҙам иткән балаларына ҡарайым да, аптырайым. Әллә кешегә һөйләмәйҙәрме икән? Мин бына үҙем дә был хаҡта кешегә һөйләй алмағанға күрә, ошонда сер итеп яҙҙым. Һеҙҙең ҙурайған, үҙаллы тормош ҡорған балаларығыҙ аҡса һораймы ул? 

Һеҙҙән кәңәш көтөп - Светлана". 

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас