

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың енәйәт-холоҡ төҙәтеү системаһының сәнәғәт комплексы эшенә арналған матбуғат конференцияһы үткәрелде.
Журналистар алдында Рәсәйҙең Хөкөмдө башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Аристов сығыш яһаны һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Был комплекс холоҡ төҙәтеү учреждениеларындағы ете сәнәғәт бүлегенә эйә һәм улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында урынлашҡан.
Енәйәт-холоҡ төҙәтеү системаһындағы хөкөм ителгәндәрҙең күпселеге төрлө тауар етештереүҙә ҡатнаша, шул иҫәптән:
– машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү,
– металл ҡойоу,
– ағас эшкәртеү,
– төҙөлөш материалдары етештереү,
– еңел сәнәғәт.
Был тармаҡтарҙа халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һәм етештереү-техник тәғәйенләнештәге материалдар эшләп сығарыла.
Быйылғы тәүге һигеҙ айҙа ошо сәнәғәт комплексы бер миллиард һумдан ашыулыҡ тауар етештереүгә килешеүҙәр төҙөнө, шул иҫәптән дәүләт власы органдары һәм муниципаль мәнфәғәттәр өсөн – 23 миллион һумға.
Етештерелгән продукцияны халыҡҡа күрһәтеү һәм һатып алыныуын киңәйтеү өсөн Рәсәйҙең Хөкөмдө башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 20 сентябрҙә Өфөнөң Ленин майҙанында “Башҡорт миҙгелдәре” йәрминкәһен үткәрәсәк.
Автор фотоһы.