Йәмғиәт
15 Сентябрь 2025, 13:25

"Донъяны ҡосоп һөйгөм килә..."

ти 100 йәшен тултырған инәй. Оҙон ғүмерле булыу тураһында бөтәһе лә һораша, ти ул һәм үҙ серҙәре менән уртаҡлаша.

"Донъяны ҡосоп һөйгөм килә...""Донъяны ҡосоп һөйгөм килә..."
"Донъяны ҡосоп һөйгөм килә..."

Быйыл Анастасия Дементьева 100 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ул Көйөргәҙе районының Михайловка ауылында ғүмер йомғағын һүтә. Ошо турала "Бәйләнештә" социаль селтәренә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова яҙған.

Лира Рафаил ҡыҙы һөйләүенсә, Анастасия Николаевна Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын да үҙ елкәһендә кисергән. Бәләкәй генә ҡыҙ ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ат егеп ауылындағы колхоздан Стәрлетамаҡ ҡалаһына икмәк ташыған. Кейәүгә сыҡҡандан һуң ул ире менән Ҡаҙағстанда ла тир түгә. Уларҙың ғаиләһендә биш бала үҫкән.

– Оҙон ғүмерле булыу тураһында бөтәһе лә һораша, – ти йөҙйәшәр Анастасия ханым. – Күңелеңдә насар уйҙар йөрөтмәһәң, кешегә хаслыҡ ҡылмаһаң, бүтәндәр менән булышмаһаң оҙон-оҙаҡ йәшәйһең инде. Донъяны ҡосоп һөйгөм килә, тормошомдан ҡәнәғәтмен, яҙмышыма рәхмәтлемен.

Фото: Л. Тереғолованың"Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас