

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте. “Федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объектын – Салауат Юлаев һәйкәлен - үҙгәртеп ҡороуға ярашлы, әҙерлек эштәренең беренсе этабы буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙем. Реставрациялау буйынса төп мәсьәләләр һәм эштәрҙең артабанғы барышы тураһында һөйләштек.
Әлеге ваҡытҡа әҙерлек эштәре тамамланды:
-биләмә кәртәләнгән, төҙөлөш ҡаласығы ойошторолған;
-ваҡытлыса инженер селтәрҙәре: электр, һыу менән тәьмин итеү атҡарылған;
-видеокүҙәтеү системаһы монтажланған;
-скульптура өсөн таяу булған металл конструкциялары эшләнгән.
Сентябрҙә ваҡытлыса ҡурғанды демонтажлауҙы башлаясаҡбыҙ һәм ер эштәренә күсәсәкбеҙ. Шулай уҡ шаҡмаҡлап ваҡланған ташты һәм гранит баҫҡыстарҙы демонтажлау атҡарылсаҡ. Эштәр юл картаһына ярашлы атҡарыла – барыһы ла график буйынса бара.
Был объект - минең айырыуса контролдә. Төп этаптар буйынса мәғлүмәттәр һәм һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәттәр биреп барасаҡмын”.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.