Йәмғиәт
17 Сентябрь 2025, 10:30

Һиңә иңдәрен ҡуйырға әҙерҙәр!

Ниндәй һуң ул беҙҙең йәштәр һәм улар өсөн республика нимәләр эшләнә?..

Һиңә иңдәрен ҡуйырға әҙерҙәр!Һиңә иңдәрен ҡуйырға әҙерҙәр!
Һиңә иңдәрен ҡуйырға әҙерҙәр!

Йәш саҡ – дәртле саҡ. Энергия ташып тора, беләктәрҙә тауҙар атҡарырлыҡ көс тойола. Уларҙы ни бары күрергә, ишетергә, йүнәлеш бирергә һәм кәрәк ерҙә ярҙам итеп ебәререү генә зарур. Быны республика етәкселеге бик яҡшы аңлай һәм йәштәргә үҙенең иңен ҡуя.

“Йәштәр менән эшләү – беҙҙең өсөн төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙан китәсәкбеҙ. Беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позицияла булырға тейеш,” – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Был эштең бер дәлиле - күптән түгел республика йәштәр сәйәсәте буйынса министрлыҡ барлыҡҡа килеүе. Тимәк, уларҙың проблемалары тәрәнерәк өйрәнелә һәм ярҙам да маҡсатлыраҡ буласаҡ. Ниндәй һуң ул беҙҙең йәштәр һәм улар өсөн республика нимәләр эшләнә?

Йәштәр үҙҙәренә иғтибарҙы ярата

Ысынлап та, республикала йәштәргә бик ҙур иғтибар бирелә. Эш иң юғары кимәлдә алып барыла – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәлә менән шәхсән шөғөлләнә. Ул даими рәүештә юғары уҡыу йорттарында, “Патриот” йәштәр үҙәге, “Кампус” киңлеге һәм башҡа локациялар майҙансыҡтарында улар менән осрашыуҙар үткәреп тора. Был формат көнүҙәк проблемаларҙы туранан-тура тикшерергә мөмкинлек бирә, власть һәм йәш быуын араһында ышаныслы диалог булдыра.

Яңыраҡ ул беренсе курс студенттары менән осрашты, уларға уҡыуҙарында һәм тормоштарында яңы башланып торған этапта уңыштар теләне. Ә күптән түгел хатта формаль булмаған йәштәр менән дә күреште. Был Радий Фәрит улының береһен дә айырып ҡарамауы, һәр кемде ишетергә теләүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй.

Дөйөм алғанда, былтыр Радий Фәрит улы блогерҙар, ирекмәндәр, студенттар, сығышы менән Башҡортостандан булған студенттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, эшләүсе йәштәр менән осрашты. 2025 йылда эшҡыуарҙар, студенттар, аграрийҙар, ғалимдар, спортсылар, проект авторҙары, ирекмәндәр менән ошондай уҡ саралар үткәрелде.

Үҙҙәре бер ҡеүәтле армия

Башҡортостан – Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе. Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәте тормошҡа ашырылған граждандар һаны 1,057 миллион кеше тәшкил итә (төбәк халҡының дөйөм һанынан 26 процент). Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты биләй һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында етенсе урында.

78 миллион һум йәлеп иткәндәр

Мөһим йүнәлеш – форумдар үткәреү аша йәштәрҙе ыңғай патриотик көн тәртибенә йәлеп итеү. Уның барышында йәштәр үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу һәм дөрөҫ мәғәнәләрҙе “йәштәр өсөн йәштәр” принцибын ҡулланып трансляциялау өсөн социаль проектлау ҡоралдары тураһында белә.

Был эш йәш кешеләргә проектлауҙы өйрәнергә һәм үҙ ауылдарында һәм ҡалаларында проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль гранттар йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. 2024 йылда Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәргән форум кампанияһы һәм бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын уҙғарыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йәштәре 78 миллион һумдан ашыу суммаға 143 грант отҡан.

Йәштәр йәлеп иткән грант средстволары күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында бишенсе һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урын алды. Был нимә тураһында һөйләй? Республика йәштәре аҡыллы, яуаплы, маҡсатлы. Уларҙың идеялары күп һәм был проекттар илебеҙ кимәлендә ҙур гранттарға лайыҡ була. Был эш бер ҡасан да туҡтамай һәм даими алып барыла.

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Республиканың ирекмәндәр хәрәкәте Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булып тора. Беҙҙә Йәштәр сәйәсәте министрлығы ҡарамағында Ирекмәнлекте үҫтереү ресурс үҙәге һәм 23 “Изгелек.Үҙәк” йәмәғәт үҫеше үҙәге бар. Бөгөнгө көндә республикала 4 300-ҙән ашыу ирекле ойошма һәм берләшмә эшләй, уларҙың эшмәкәрлегенә йыл һайын 500 меңдән ашыу кеше йәлеп ителә, ә Добро.рф платформаһында 167 меңдән ашыу ирекмән теркәлгән.

2024 йылда республикала “Изге эштәр төбәге” ирекмәнлеккә (волонтерлыҡҡа) ярҙам итеүҙең төбәк практикаһы тормошҡа ашырыла, уның сиктәрендә федераль финанслауҙы йәлеп итеп (5,77 миллион һум күләмендә субсидия) төбәктә ирекмән-остаздар әҙерләү буйынса проект тормошҡа ашырыла.

Ирекмәнлекте популярлаштырыу һәм үҫтереү өсөн комплекслы ярҙам һәм махсус программа сиктәрендә Республика ирекмәндәр форумы һәм ирекмәндәр лагеры ойошторолдо. Шулай уҡ ошо ваҡыт эсендә 300-гә яҡын ирекмән Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәһе менән бүләкләнде. Бынан тыш, муниципаль берәмектәр менән системалы эш ойошторолған, уларҙың һәр береһендә Йәштәр министрлығы координацияһы аҫтында ирекмәндәр штабы эшләй.

Халыҡ-ара дуҫлыҡ клубы

Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2024 йылда бөтә донъя йәштәр фестиваленең “Мәҙәни шефлыҡ” программаһын дауам итеү сиктәрендә төбәктәрҙә сит ил һәм Рәсәй йәштәре араһында аралашыу, мәҙәни һәм мәғариф алмашыныуын үҫтереү, фән, мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф өлкәһендә берлектәге проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ-ара дуҫлыҡ клубтары асылды. Клуб эшмәкәрлеге түбәндәге йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла: “Ирекмәнлек”, “Медиа”, “Эшҡыуарлыҡ”, “Гражданлыҡ әүҙемлеге”, “Төбәк үҙенсәлеге” һәм “Берләшмә”. Башҡортостанда халыҡ-ара дуҫлыҡ клубы 2024 йылдың сентябрендә “Йәшлек” йәштәр майҙансығында асылды.

Студенттар эшләргә теләй

Студенттар отрядтарының эшмәкәрлеген ойоштороу һәм координациялау өсөн республикала “Рәсәй студенттар отрядтары” йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшләй, уның ағзалары булып 2025 йыл башына алты мең кеше тора, улар араһында дүрт мең самаһы кеше 2024 йылда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшкә урынлаштырылған.

Былтыр йәштәр мөхитендә ирекмәнлекте үҫтереүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға һәм эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеүгә, социаль-иҡтисади өлкәлә йәштәрҙең потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуға, патриотик тәрбиә биреүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен формалаштырыуға йүнәлтелгән ил кимәлендә ҙур саралар ойошторолдо. Унда беҙҙең йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса төбәк бүлексәһе рейтингта 32-се урынды биләй.

Йәштән аңлап үҫәләр

Милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм күп милләтле дәүләттең ҡиммәтен көс һәм үҫеш факторы булараҡ трансляциялау маҡсатында йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялау буйынса системалы иҫкәртеү эше алып барыла. Бының өсөн 2024 йылда “Берҙәмлек” проектын тормошҡа ашырыу башланды.

Был сараларҙың мөһим өлөшө – идеологик әңгәмәләр үткәреү, шул иҫәптән дәүләт эшмәкәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау системаһы вәкилдәре ҡатнашлығында. Йәштәргә “Рәсәй – ул ғаиләләр ғаиләһе” ҡиммәтен күрһәтеү төп бурыс булып ҡала. Улар күп милләтле дәүләтебеҙҙә, унда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау мөһим икеәнлеген йәштән аңларға тейеш.

Юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн был йүнәлештә “Берҙәмлек төрлөлөктә: күп милләтле Рәсәй һәм йәштәр өсөн мөмкинлектәр” мәғрифәтселек лекторийҙарын үткәреү буйынса яңы практика эшләй башланы.

Һин яңғыҙ түгел, дуҫ

Бөгөн йәштәр араһында балаларға һәм йәштәргә психологик ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың психик һаулығын һаҡлау буйынса ҙур һорау бар. Был тышҡы факторҙарҙың, шул иҫәптән социаль селтәрҙәрҙең көслө йоғонтоһо менән бәйле.

Был эште үткәреү өсөн республикала Йәштәр социаль-психологик үҙәге һәм уның заманса психодиагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған филиалдары системалы эшләй. Бөгөн үҙәктең эшендә төп бурыс һәм өҫтөнлөк – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ республиканың барлыҡ муниципалитеттарында тиерлек ойошторолған Йәш ғаиләләр клубтары селтәрен үҫтереүгә лә иғтибар бүленә.

Ләлә ӘБҮБӘКИРОВА, көмөш ирекмән, Бөтә донъя халыҡ-ара “Беҙ бергә” премияһы амбассадоры, Бөтә Рәсәй ”Беҙ бергә еңәсәкбеҙ” премияһы лауреаты: 

– Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының министрлыҡҡа үҙгәртелеүе был өлкәнең үҫештең стратегик өҫтөнлөк булыуын раҫлай. Йәштәр һәр ваҡыт бәйләнештә булыуын, улар өсөн ошо мәсьәләне хәл итеү мине ныҡ ҡыуандырҙы. Ни өсөн? Беренсенән, яңы структура төрлө мәсьәләләрҙе системалы рәүештә хәл итәсәк, ведомстволар араһындағы бәйләнештәр программаһын һәм ресурс базаһын киңәйтеүҙе лә үҙ эсенә аласаҡ. Яңы министрлыҡ көндән-көн күбәйә барған деструктив хәлдәргә, йәштәрҙе енәйәткә этәрергә тырышҡан көстәргә лә яуап буласаҡ. Министрлыҡ төҙөү йәш быуында тәрбиә аша әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләүгә, уларға социаль ярҙам күрһәтеүгә лә, һөнәри үҙбилдәләнешкә лә ярҙам итәсәк. Мәғариф, мәҙәниәт һәм социаль өлкәнең министрлыҡ сиктәрендә берҙәм эшләүе патриотик, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға этәргес буласаҡ. Реформа Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ стратегияны билдәләй. Йәштәргә ярам итеү аша ижтимағи, иҡтисади үҫешкә нигеҙ һалына.  Кадрҙар менән тәьмин итеү инфраструктураның үҫеше, йәштәрҙе идара итеү процессына йәлеп итеү аша республикала йәштәр сәйәсәтендә ыңғай үҙгәрештәргә нигеҙ һалыр тип ышанабыҙ. 

Фото: volunteer-center.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас