Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2025, 18:10

Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны

“Бөтә Рәсәй-2025” заманса журналистика форумында хәрби хәбәрселәр менән осрашыу үтте.

Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны
Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны

Бөгөн “Бөтә Рәсәй-2025” заманса журналистика форумында хәрби хәбәрселәр менән осрашыу үтте.

“Беренсе канал” журналисы Гусейн Гусейнов һәм “Рәсәй 1” журналисы Антон Степаненко үҙ сығышында төп эш алымдарына туҡталды. Спикерҙар билдәләүенсә, хәрби журналист бөгөн айырыуса мөһим йүнәлеш булып тора.

Был секцияла Башҡортостан журналистары – Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин, Лариса Абдуллина, Руслан Шәрәфетдинов, Миләүшә Ҡаһарманова, Артур Дәүләтбәков һәм Рәмил Мансуров ҡатнашты.

Осрашыуҙа Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов республиканың хәрби хәбәрселәре эшмәкәрлеге һәм командировкалар ойоштороу тураһында һөйләне.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм ҡунаҡтарға үҙҙәренең китаптарын бүләк итте.

Билдәләп үтергә кәрәк, республика хәбәрселәре махсус хәрби операция зонаһына йыш бара. Уларҙың командировкалары өсөн шарттар, хәрби подразделениелар менән бәйләнеш булдырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығының шәхси башланғысы буйынса хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул ителде, ул льготалар биреүҙе һәм хәрби хәбәрселәрҙе һәм хәрби журналистика ветерандарын яҡлауҙы күҙ уңында тота.

Рәмил Мансуров.

 

Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны
Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны
Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны
Сочиҙа медиафорумда Башҡортостан журналистары сығыш яһаны
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас