

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-залында Чили Республикаһында ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар буйынса IX Халыҡ-ара конференция йомғаҡтары буйынса матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Шул ғорурлыҡ уята – ошо көндәрҙә ЮНЕСКО советының ҡарары нигеҙендә, "Торатау" республика геопаркына ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя глобаль геопарктары статусы бирелде. Шулай итеп, әле Башҡортостанда "Янғантау" һәм "Торатау" ЮНЕСКО объекттары һанала, ә бер ай элек "Шүлгән-таш" мәмерйәһенең наскаль һүрәттәре кешелектең Бөтә донъя ҡомартҡылары объекты исемлегенә алынғайны.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләүенсә, тотош донъяны күҙ алдына баҫтырһаҡ, төрлө ерҙә бөтәһе йөҙгә яҡын геопарк иҫәпләнә, уларҙың барыһы ла ЮНЕСКО селтәренә индерелгән. 2020 йылда иһә "Янғантау" геопаркы был селтәргә алынды, хәҙер инде "Торатау" геопаркы ла ошо селтәр исемлегендә. Ысынлап та, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен һәм Рәсәйҙе алып ҡарағанда, барлығы ике генә геопарк бар, уларҙың икеһенең дә Башҡортостанда урынлашыуы һәр йәһәттән дә маҡтаулы.
– Беҙҙең өсөн был – ҙур еңеү, ошо статусты алыу геопарктың эшен мотлаҡ әүҙемләштерәсәк, уның үҫешенә ҙур йоғонто яһасаҡ, – тине Урал Таһир улы. – БДБ территорияһында, үҙ сиратында, Рәсәй территорияһында ЮНЕСКО-ның ике генә геопаркының булыуы Рәсәй геопаркы селтәрен булдырыуға этәргес бирәсәк һәм беҙ Рәсәй геопарк селтәрен булдырасаҡбыҙ, ошо территорияла яңы геопарктар килеп сыҡҡан һайын уны шунда индерәсәкбеҙ. Әлбиттә, Башҡортостанды беләләр һәм таныйҙар, туризм да йылдам үҫешәсәк.
Бынан тыш ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡоростандығы комитеттың башҡарма директоры Рената Лоҡманова, "Торатау" геопаркы директоры Заһир Хәҙимуллин һәм башҡалар тәьҫораттары менән бүлеште.
Фото: Илдар Аҡъюлов.