

Йырсылар Вилдан Шәмсетдинов (Вилли) һәм Рүзилә Бәҙретдинова ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Гөлнара Тимерйәнованың “Мөхәббәт ялҡыны” йырын яңыртыуҙары тураһында хәбәр итте. Улар йырҙы яңы аранжировкала башҡарып, ҡыҫҡа видеолар ҙа сығарҙы.
Һуңыраҡ иһә йырсыларҙың Гөлнара Тимерйәнованан рөхсәт һорамауҙары тураһында билдәле булды. Был турала Гөлнара Тимерйәнова социаль селтәрҙәрҙә үҙе яҙып сыҡты.
“Һеҙ минән һорарға онотманығыҙмы? Был бит оятһыҙлыҡ! Былай эшләп, һеҙ тормошта рәхәт күрмәйәсәкһегеҙ. Судҡа претензия һәм ғариза әҙер минең. Был йырҙы мин иҫән саҡта бер кем дә йырлай алмай, был – минең заказ буйынса яҙылған махсус йыр. Мин әлеге йырҙы йырлар өсөн бер бот тоҙ ашаным, уны йәшәттем. Былай эшләү – намыҫһыҙлыҡ. Минең йырым фәхишәләр тураһында түгел. Ысын мөхәббәт тураһында, йәмһеҙ ҡиәфәт менән, “вульгарно” йырлап йөрөргә юл ҡуймам”, - тип яҙған йырсы.
Вилли әйтеүенсә иһә, ул был йырҙың башҡарыусыһы кем булыуын белмәгән.
– Пландар буйынса йыр 15 сентябрҙә сығырға тейеш ине. Ләкин миңә яҙылған насар комментарийҙарҙы күргәс, барлыҡ аңлашылмаусанлыҡтарҙы хәл иткәнсе уны майҙансыҡтарға сығарыу бер аҙ тотҡарланыр, тип уйлайым. Ә бәлки, иртәрәк тә сығыр. Мин әлеге йырҙы ла, уның беренсе башҡарыусыһын да белмәй инем. Уны студияла яҙҙырғанда ғына өйрәндем, – тигән ул.
Был хәл ыңғай ҡына хәл ителер, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ – “Татар тудэй”
Фото - йырсыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән.