

Бөрйән районының Ҡолғана ауылында йәшәгән Олеся Ғәләүетдинова ят ҡоштар үрсетеү менән шөғөлләнә.
"Бер төркөм балалар менән Ғәләүетдинова Олеся Алексей ҡыҙының "Бөрйән ҡошо" ҡошсолоҡ фермерлыҡ хужалығы менән танышырға барҙыҡ.
Егәрле хужабикә беҙҙең ауыл өсөн ят булған төрлө ҡоштарҙы үрсетә. Балалар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уның ҡош-ҡорт үрсетеүе, ҡайҙан, нисек, нисә һумға беҙҙең өсөн ят булған ҡоштарҙы алып ҡайтыуы тураһында һөйләүен ихлас күңелдән тыңланылар. Ҡоштарҙы тотоп, ашатып ҡаранылар.
Олеся Ғәләүетдинованың ихатаһында кохинхин, ебәк ҡытай тауыҡтары, фазандар, павлиндар, страустар һ.б. төрлө ят ҡоштар бар.
Балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуға риза булғаны өсөн Олеся Алексей ҡыҙына эшендә уңыштар, һаулыҡ һәм уйлаған уйҙарының, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ", - тип яҙғандар Ҡолғана ауыл китапханаһы төркөмөндә.
Фото һәм сығанаҡ: Ҡолғана ауыл китапханаһы