

26 сентябрҙән 28 сентябргә хәтлем "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы Куйбышев тимер юлдары "Вектор/Путешествий.2025" тигән туристик форум-күргәҙмә ойошторорға уйлай. Сара Өфө тимер юл вокзалында үтәсәк.
Ошо арауыҡта Рәсәйҙә эске туризм мәсьәләләре тикшереләсәк, шулай уҡ Башҡортостанда тимер юлы туризмы тураһында һөйләшеү буласаҡ.
Форум-күргәҙмә сиктәрендә бихисап саралар эш планына ингән. "Башҡортостандың ун мөғжизәһе", "Ырымбур" кеүек пассажир вагондарының эшләүе, "Грушинский экспресс" исемле ретропоездың булыуы, "Финист" тип аталған заманса электропоездың килеүе, шулай уҡ экскурсиялар ойошторолоуы, йәрминкәнең эшләүе, аш-һыуҙан ауыҙ итеп ҡарау, концерт күрһәтелеүе һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Фото: Куйбышев тимер юлдары.