Йәмғиәт
20 Сентябрь 2025, 16:15

Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау барышын тикшерҙе. 1956 йылда төҙөлгән аркалы күперҙе реконструкциялау 2022 йылда башланғайны. Ғәмәлдәге төҙөлөш әҙерлеге 90 процент тәшкил итә.

Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асылаАғиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла

Төҙөүселәр гидроизоляция үткәреүгә, тротуарына асфальт түшәүгә, тышҡы яҡтыртыу таяуыстарын, барьер ҡоймаларын ҡуйыуға тотонған. Объектта эштәр тулыһынса 2026 йылда тамамланасаҡ. Капиталь ремонт ваҡытында төҙөлгән ваҡытлыса ҡоролмаларҙы һүтеү, ер участкаларын рекультивациялау бурысы тора.

 - 2025 йылдың 10 октябрендә, Республика көнө алдынан, бында юл хәрәкәте асыласаҡ. Өс күперҙә йәмғеһе 13 һыҙат була. Асылда, беҙ яңы, ышаныслы металл күпер төҙөнөк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Өфөлә тормошҡа ашырырға планлаштырылған башҡа инфраструктура проекттарына ла аңлатма бирҙе.

– Беҙгә Затон күпере буйынса мәсьәләне хәл итеүгә тотонорға кәрәк. Күперҙәрҙе ремонтлауҙа һәм төҙөүҙә федераль коллегалар ярҙам итә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин беҙгә мөрәжәғәт иткәндә һәр ваҡыт ярҙам итә, -  тине төбәк етәксеһе.

 

Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Ағиҙел аша аркалы күпер буйлап юл хәрәкәте октябрҙә асыла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас