Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2025, 13:30

Көҙгә йәрминкәне ҡараныҡ

Ғөмүмән, уңғандар тарафынан етештерелгән тауарҙарҙы йәрминкәгә сығарыу һәр йәһәттән дә отошло, республика етәкселегенең быға көслө иғтибар бүлеүе – кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләү ул. Иркен майҙанда нимә генә юҡ!

Көҙгә йәрминкәне ҡараныҡ
Көҙгә йәрминкәне ҡараныҡ

Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтте, шул иҫәптән Башҡортостан Енәйәти-башҡарма системаһының етештереү комплексы тауарҙарының һөнәрселек йәрминкәһе лә ойошторолдо.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов көҙгө йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙы ҡайнар ҡотланы һәм былай тине:

– Ғөмүмән, уңғандар тарафынан етештерелгән тауарҙарҙы йәрминкәгә сығарыу һәр йәһәттән дә отошло, республика етәкселегенең быға көслө иғтибар бүлеүе – кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләү ул. Иркен майҙанда нимә генә юҡ! Әйтәйек, Башҡортостан буйынса Яза башҡарыу федераль хеҙмәте идаралығы ла үҙҙәре етештергән бик күп тауарҙы ҡуйған.

Ирек Хәйривара улы ошо идаралыҡта эшләнгән әйберҙәрҙе ҡулына алып ҡараны, уңайлы эскәмйәгә ултырып ныҡлығын һынаны. Вице-премьерҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, эскәмйә шул хәтлем уңайлы, унда олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп ял итә ала. Мангал зонаһын ҡарағанда ла уңайлылыҡ тураһында һөйләне Ирек Сәғитов.

Мәртәбәле ҡунаҡтар күргәҙмә менән яҡындан танышты - кулинария изделиелары, өй кәрәк-ярағы, өҫ һәм баш кейемдәре, йәшелсә-емеш һәм башҡа бик күп нәмәләр теҙелгән өҫтәлдәр янынан үтте.

Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Енәйәти-башҡарма системаһының етештереү комплексында иркенән мәхрүм ителгәндәр  етештергән тауарҙарҙың барыһы ла сифатлы, ысынлап та, тауарҙар техник контроль аша үткән һәм ГОСТ-ҡа тура килә. 

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Көҙгә йәрминкәне ҡараныҡ
Көҙгә йәрминкәне ҡараныҡ
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас