

Гөлсимә менән Таһир мәктәп йылдарынан дуҫлашты. Ҡарап тороуға икеһе ике мөхиттә үҫте улар. Гөлсимә ябай ғаиләнән, әсәһе -уҡытыусы, атаһы йәшләй фажиғәле үлеп ҡалған. Таһир ауыл хакимиәте башлығының улы, әсәһе магазин мөдире, юҡлыҡ ваҡытында бөтә нәмә уның ҡулында булды. Бик үҙ һүҙле, бөтә нәмәне үҙенсә эшләтергә өйрәнгән ҡатын. Серегән байҙар, тип ебәрә ауылдаштары улар тураһында. Йәштәрҙең дуҫлашыуын бигерәк тә Таһирҙың әсәһе Әсмә апай өнәмәне. Үҙҙәре һымаҡ хәллеләр менән ҡоҙалашаһы килде. Ғаилә дуҫтары фермер Әнүр менән ҡатыны Ғәлимәнең бер бөртөк ҡыҙҙары Ләләне килен итеү ине уның хыялы. Етмәһә, ҡыҙ ҙа егетте оҡшатып йөрөй.
Таһир менән Гөлсимә генә бер кемдең йоғонтоһона бирешмәй, мәктәптән һуң да дуҫлыҡтарын дауам итте, сөнки уларҙың йөрәктәре бер-береһен һайлағайны. Гөлсимә юлға сығым бик китмәҫ тип, эргәләге Салауат ҡалаһына медучилищеға уҡырға керҙе, Таһир Өфөгә Ауыл хужалығы институтына юлланды. Ауылға ҡайтып атаһының юлын дауам итеү ине хыялы. Мөмкинлеге булғас, Ләлә лә баш ҡалаға юлланды, бик күп йәштәр ҡыҙыҡҡан юрист һөнәрен һайланы. Гөлсимә ауылға йыш ҡайта алманы, уҡыуын ҡалдырмаҫҡа, аҡсаһын туҙҙырмаҫҡа тырышты, әсәһенә ауыр булыуын аңлай ине. Шуға Таһир менән һирәк күрештеләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Гөлсимә Таһирҙан башҡа бер кемгә лә ҡараманы, уны ғына яратты.
Баш ҡалала уҡыусы Таһир менән Ләлә аҙна һайын тиерлек ҡайтты. Ҡайтһалар, әле береһенең, әле икенсеһенең атаһы ауыл күстәнәстәрен мул итеп тейәп, ҡалаға тиклем илтеп ҡуйҙы. Балаларын нисек ҡауыштырырға белмәгән ата-әсә өсөн Таһир менән Ләләнең бергә ҡайтып-китеүе бик ҡулайлы ине.
- Гөлсимә һиңә тиң түгел. Уҡытыусы балаһынан нимә өмөт итәһең. Ләләне кәләш итеп алһаң, атаһы туйға ҡыҙына фатир бүләк итәм тигән. Гөлсимә менән осон-осҡа ялғап йәшәһәгеҙ, һөйөүең тиҙ үтер, - тип улын туҡтауһыҙ игәне Әсмә апай.
Тамсы тама-тама боҙҙо тишә. Таһир ҙа әсәһенең һөйләгәндәренә ышана башланы. Гел күреп йөрөгәнгәме, Ләлә лә уға һөйкөмлө булып күренде. Һуңғы ҡайтҡандарында ғаилә дуҫтары йыйылған байрамда ата-әсәләре ныҡлы ҡарарға килеп, туй көнөн билдәләп тә ҡуйҙылар. Хатта йәш ғаиләгә йәшәр өсөн фатир һатып алырға ҡалаға күмәкләшеп барырға булдылар. Байлыҡ, рәхәт тормош күҙен томаланы Таһирҙың. Алыҫтағы Гөлсимәһе йөрәген йылытып йыш ҡына хәтеренә төшһә лә, затлы туй, бүләккә төшкән фатир, мул аҡса аңын томаланы.
Гөлсимәгә лә барып етте һөйгәне тураһындағы хәбәр. Таһирҙың был ҡылығын йөрәге бер нисек тә ҡабул итә алманы. Ул егет янына ашҡынды, талпынды. Тик ҡыҙҙың һалҡын аҡылы башҡаса хәл итте. Таһирҙы оноторға! Түбәнһенеп, хәлде асыҡлап йөрөмәҫкә. Мөхәббәткә хыянат иткән кешене йөрәгенән мәңгелеккә алып ташларға. Медучилищенан һуң мединститутҡа уҡырға керҙе. Бер юлы эшләп тә йөрөнө ҡыҙ.
20 йыллап ваҡыт үткәндер. Яҙмыш үҙе сығарҙы Таһирҙы юлына. Ул ваҡытта Гөлсимә билдәле кардиолог булып киткәйне. Әллә ниндәй ҡатмарлы операцияларҙы ла уңышлы башҡарып сыҡты. Барыһы ла уға ҡабул итеүгә, операцияға эләгергә тырышты.
Зәһәр, һәр ваҡыт һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән Әсмә апай ҡаты ауырып кткәс, операцияға улы Таһир менән килене Ләлә килтерҙе. Уҡыуын да тамамлай алмай кейәүгә сыҡҡан, ғүмер буйы бер көн эшләмәгән, иренең елкәһендә ғүмер иткән, күңел асыуҙан башҡаны белмәгән Ләлә менән Гөлсимәне сағыштырырлыҡ та түгел ине. Йылдар үткәс кенә Әсмә апай үҙенең хатаһын аңланы.
Операция уңышлы үтте. Икенсе көнөнә Гөлсимә Әсмә апайҙың хәлен белешергә палатаға килеп керҙе.
- Гөлсимә ҡыҙым, ғәфү ит инде мине. Таһир менән арағыҙға теге саҡ мин төштөм бит. Һин лайыҡлы түгел, тип улымдың туҡтауһыҙ йәнен ашаным. Ябай уҡытыусы балаһы нимә бирер, тип уйланым. Улымдың бәхетенә үҙем аяҡ салдым. Ғүмер буйы бергә йәшәһә лә, ярата алманы Ләләне. Өйөнә ҡайтмай эсеүгә әүәҫләнеүенең дә сәбәбе ҡатынын яратмауҙа. Йөрәге яныуын шулай эске менән баҫа бит ул. Кем белгән шулай булырын. Ғәфү ит инде, Гөлсимә. Хәҙер бергә булыуығыҙҙы бик теләр инем дә бит, - Әсмә апай иламһырап күңел әрнеүҙәрен теҙҙе лә теҙҙе.
Әсмә апайҙың һөйләгәндәрен Гөлсимә бик иғтибарлап тыңланы. Яуабы ҡәтғи яңғыраны.
- Ғәфү үтенергә кәрәкмәй, Әсмә апай. Киреһенсә, мин һеҙгә рәхмәтлемен. Әгәр шул ваҡытта минең юлыма ҡаршы төшмәһәгеҙ, тормошта был тиклем уңыштарға өлгәшә алмаҫ инем. Бик бәхетлемен.Үҙемде ҡәҙерләп торған яҡшы кешегә кейәүгә сыҡтым. Балаларыбыҙ тәрбиәле. Үҙ тырышлығыбыҙ менән Өфөлә ҙур фатир һатып алдыҡ. Эшемдә ҙур дәрәжәләргә өлгәштем. Республикала мин хөрмәтле кеше, яҡшы белгес. Әгәр һеҙҙең улығыҙға кейәүгә сыҡһам, былай уҡ бәхетле булмаҫ инем. Шуға йәш сағымда мине улығыҙға тиңһенмәүегеҙ, арабыҙҙы боҙоуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Гөлсимә, бәхетле йылмайып.
Автор фотоһы.