Йәмғиәт
21 Сентябрь 2025, 09:00

"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында

Басировтарҙың урман хужалығы өлкәһендәге дөйөм хеҙмәт стажы – 115 йыл.

"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында
"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында

Урмансыларҙың һөнәри байрамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” рубрикаһында Балаҡатай районынан Басировтар династияһы тураһында яҙҙы.

“Басировтарҙың урман хужалығы өлкәһендәге дөйөм хеҙмәт стажы – 115 йыл. Династияға нигеҙ һалыусылар – Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Фидрат Фидаил улы һәм уның ҡатыны Ира Фәүзән ҡыҙы. Улар тыумышы менән Саҡмағош районынан, Ҡалмашбаш ауылында үҫкәндәр. Бергә мәктәпкә йөрөгәндәр, бер партала ултырғандар. Артабан йәштәр икәүләп Өфө урман хужалығы техникумына ингән, тиҙҙән өйләнешкәндәр.

Басировтар йүнәлтмә буйынса эшкә Салауат урман хужалығының Малаяҙ урмансылығына ебәрелгән. Ике йылдан уларҙы Балаҡатай районына күсергәндәр. Унда Фидрат Фидаил улы Билән урмансылығында лесничий булған, бер аҙҙан уны ошондағы урман хужалығының директоры итеп тәғәйенләгәндәр. Ира Фәүзән ҡыҙы ире менән бергә эшләгән, тәүҙә лесничий ярҙамсыһы, унан урман культуралары инженеры бурысын атҡарған. Икеһе лә күп йыллыҡ хеҙмәте, тармаҡты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бихисап наградалар менән бүләкләнгән. Хәҙер инде улар хаҡлы ялда, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.

Өлкән улдары Фидан да тормошон урман менән бәйләгән. Хеҙмәт юлын Яңы Балаҡатай урмансылығында лесничий ярҙамсыһы булып башлаған егет хәҙер – ошо участканың етәксеһе. Ҡатыны Фәизә – Балаҡатай урмансылығында урманды тергеҙеү буйынса инженер. Басировтарҙың кинйә улдары Радим аграр университетты тамамлаған, Балаҡатай урман хужалығында урман культуралары инженеры булып эшләгән. Әле ғаиләһе менән ата-әсәһенең бәләкәй Ватанында – Саҡмағош районында ғүмер итә.

Башҡортостандың урман хужалығы тармағында һигеҙ меңгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың һәр береһе көн дә тәбиғәтебеҙҙең байлыҡтарын һаҡлауға бәйле еңел булмаған мәсьәләләрҙе хәл итә.

Басировтар ғаиләһен һәм барлыҡ урман эшсәндәрен һөнәри байрамдары уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, көс-ҡеүәт теләйем. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!” – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фотолар Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.  

"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында
"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында
"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында
"Йәшел ҡалҡан"ды һаҡлауға ынтылыш - ҡандарында
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас