

Күптән түгел Сочиҙа “Бөтә Рәсәй-2025” XXIX заман журналистикаһы форумы тамамланды. Йыл да үткәрелгән был фестиваль быйыл да бик мауыҡтырғыс булды һәм Рәсәй ҡәләм оҫталарының тәжрибә уртаҡлашыу урынына әүерелде.
Биш көн барған сара бөгөнгө журналистиканы борсоған төрлө мәсьәләләрҙе яҡтыртыуға арналған пленар кәңәшмәләргә, дәрт-илһам өҫтәгән ижади осрашыуҙарға, ҡәләм оҫталары өсөн кәрәкле оҫталыҡ дәрестәренә һәм башҡаларға бай булды. Төрлө мауыҡтырғыс программаларҙан торған фестивалдә йылдағыса хеҙмәттәштәребеҙҙең, төрлө төбәк журналистарының тәжрибә өлгөләре – төрлө проекттар, акциялар һәм, әлбиттә, эш һөҙөмтәләре барланды. Республикабыҙ журналистарының, шул иҫәптән “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең дә күрһәтерлек эштәре байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: “Бөтә Рәсәй-2025” медиафорумында “Башҡортостан” гәзите (баш мөхәррире – Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов) “Киң мәғлүмәт сараларының социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа иң яҡшы төркөмө (аккаунты)” номинацияһында абсолют еңеүсе булды.
Сарала журналистарға наградаларҙы Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев һәм ойошма секретары Владимир Касютин тапшырҙы. "Башҡортостан" гәзитенең социаль селтәрҙә 200 меңдән ашыу яҙылыусыһы бар. "Башҡортостан" - абсолют еңеүсе", - тине Владимир Касютин. Ошо мәртәбәле форумда республикабыҙҙың төп баҫмаларының береһе - “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең ошондай мртәбәле наградаға лайыҡ булыуы ҡыуаныслы хәлгә, матур, иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде, илһамланып эшләү өсөн дәрт өҫтәне.
Автор фотоһы.