

Эш тартып, ғаилә йылытып торһа...
Барыһын да эшләп була, ти Мария Афонина.
Эш менән ғаиләне бергә нисек уңышлы алып барырға, ҡатынының карьераһында иренең тотҡан роле һәм балаларға сифатлы иғтибар биреү тураһында һөйләй күп бала әсәһе “Башинформ”ға биргән интервьюһында.
Һөнәрең дәртләндереп, ғаиләң йылытып, үҫешең ҡанатландырып торғанда, ә хеҙмәтең йәмғиәткә файҙалы булғанда барыһы ла ҡулыңдан киләсәк. Иң мөһиме – көс сығанағын табырға, үҙеңә, идеяларыңа ышанырға кәрәк, тип иҫәпләй “Добрино” граждандар йәмғиәте үҫеше академияһы ректоры, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы вице-президенты Мария Афонина.
Мария Александровна илдә ҡатын-ҡыҙҙар лидерлығы амбассадоры, “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” программаһы координаторы, “Сенеж” идаралығы оҫтаханаһы проректоры ла, хәҙер “Добрино” граждандар йәмғиәтен үҫтереү академияһын етәкләй, Добро.РФ ассоциацияһы советы рәйесе урынбаҫары. Ҙур проекттар өҫтөндә эшләү, даими командировкалар, балалар тәрбиәләү – быларҙы нисек яраштыра ла нисек өлгөрә ул? Ошо һорауҙарға ул түбәндәгеләрҙе һөйләне.
– Мин күп балалы ғаиләлә үҫмәһәм дә, үҙемдең өс балам булыуы тураһында хыяллана инем. Ике малай һәм бер ҡыҙым булып, улдарым ҡыҙымды яҡлап, хәстәрләп торһондар ине тип теләй инем. Ә тормошта киреһенсә ике ҡыҙым һәм улым тыуҙы. Өлкән ҡыҙыма 21 йәш, ул журналислыҡҡа уҡый. Уртансы ҡыҙыма 11 йәш, 5-се класҡа барҙы. Бәләкәс улыма 8 йәш, 2-се класс уҡыусыһы. Студент ҡыҙым айырым йәшәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан күп ваҡытын беҙҙең менән үткәрә, ярҙам итә.
Икенсегә ауырлы булғанда оло ҡыҙым тыуасаҡ туғанынан бер аҙ көнләшә ине. Үҙем дә һөйөүемде икегә нисек бүлермен инде тип ҡурҡа инем. Әммә ҡыҙым, унан улым тыуғас, барыһы ла урынына ултырҙы: һөйөү бүленмәй, ул арта ғына икән. Ул - алға барырға көс бирә торған иҫ киткес тойғо.
Лидерҙың, идарасының, кешенең үҫешеүе тураһында күп һөйләйбеҙ. Был үҫеш яңы маҡсаттарға табан хәрәкәт итмәйенсә мөмкин түгел.
“Сенеж” идара оҫтаханаһы - ул бик шәп “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының белем биреү проекты, унда биш йыл эшләнем. Тәүге һөнәрем – социаль педагог, шунан ғәмәли психолог, унан гештальт-психотерапевтҡа уҡыным. Үткән йыл тағы экстремаль кризис психологияһы буйынса белемемде камиллаштырҙым һәм сентябрҙә психология буйынса кандидатлыҡ дәрәжәһен яҡлаясаҡмын. Был ғәмәлдәр балалар тыуыуы һәм уларҙы тәрбиәләү менән бергә үрелеп бара. Белем биреү өлкәһендә эшләгән, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ ҙа бер төрлө булған ирем - төп терәгем.
Ғаилә – бик ҡыҙыҡлы организм минең ҡарашҡа. Бер яҡтан, ғаилә даимилыҡҡа ынтыла: уртаҡ йорт, уртаҡ мәғәнә, уртаҡ миссия, уртаҡ эштәр. Ә икенсе яҡтан, теләһә ниндәй организм кеүек ул үҫешергә тейеш. Торғонлоҡ һиҙелһә, иртәме-һуңмы бер-береңә ҡыҙыҡһыныу бөтә, мөнәсәбәттә һалҡынлыҡ тыуа.
Беҙ икебеҙ ҙә белем биреү өлкәһендә эшләгәс, яңы мәғлүмәт ағымы күп. Балалар быны күрә, теләп ярҙам итәләр, беҙҙең эксперименттарҙа иркен ҡатнашалар. Әйтеүемсә, ирем һәр саҡ минең яҡлы, барлыҡ эштәремде аңлап ҡабул итә, ярҙамлаша. Уның менән графикты аралаштырға өйрәндек. Ысынында сер ябай: бер-береңде хөрмәт итеү, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, уртаҡ ниәттәр. Йылына икебеҙ генә ял итергә лә ваҡыт табабыҙ. Был осраҡта өләсәйҙәр һәм оло ҡыҙым ярҙам итә. Ҡатын менән ирҙең мөнәсәбәте өсөн был да бик мөһим.
Балаларға иғтибарҙың сифатлы булыуы мөһим, эшләп йөрөгәндә лә балалар менән бик яҡын мөнәсәбәт булдырырға, яҡшы тәрбиә бирергә мөмкин. Шуның өсөн күп балалы әсәләр эшкә сығырға уйлағанда иң беренсе нәүбәттә ире менән яҡшылап кәңәшләшергә, уның ярҙам итеренә инанырға тейеш.
Тағы ла бер мөһим мәл, мин балаларҙы үҙ эшемдә ҡатнаштырырға тырышам. Мәҫәлән, улар Добро.РФ офисында була һәм минең ҡайҙа эшләүемде, унда нимә менән шөғөлләнеүемде белә. Хатта балаларымды, мөмкинлегем булһа, командировкаларға алып барам. Һәм шул саҡта балалар ҡала менән таныша һәм тағы ла әсәйҙәренең сығыш яһауын күрә. Иң мөһиме, әсәйҙәренең нимә эшләгәнен аңлауҙары. Өлкән ҡыҙым миңә телеграм-канал алып барырға ярҙам итә, Росмолодежь менән ирекмән булараҡ эшләй. Был, минеңсә, ғаиләлә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Мәғлүмәт һәм фото: https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-21/vse-vozmozhno-kogda-kariera-vdohnovlyaet-a-semya-sogrevaet-mariya-afonina-4391469