Йәмғиәт
25 Сентябрь 2025, 13:45

Һалым тураһындағы белдереүҙәр көтөгөҙ

Башҡортостанда халыҡҡа һалым түләү тураһындағы белдереүҙәрҙе күпләп ебәреү башланды.

Һалым тураһындағы белдереүҙәр көтөгөҙҺалым тураһындағы белдереүҙәр көтөгөҙ
Һалым тураһындағы белдереүҙәр көтөгөҙ

Башҡортостанда халыҡҡа һалым түләү тураһындағы белдереүҙәрҙе күпләп ебәреү башланды.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы аңлатыуынса, бындай белдереүҙәр Федераль һалым хеҙмәтендәге шәхси кабинетҡа йәки Дәүләт хеҙмәте порталында ебәреләсәк. Интернеттан файҙаланмағандарға был документ почта аша киләсәк.

Һалым хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республика халҡына бөтәһе 7,8 миллиард һум һалым түләйһе бар, шуның 3,7 миллиард һумы – транспорт һалымы, 2,9 миллиард һумы – шәхси мөлкәт һалымы, 1,2 миллиард һумы – ер өсөн һалым.

Бындай белдереүҙәр һәр кешегә лә ебәрелмәй. Кемдең һалым ташламаһы бар йәки айырым һалым төрҙәренән азат ителгән (мәҫәлән, пенсионерҙар мөлкәт һалымы түләмәй) – уларға бындай документтар килмәйәсәк.

Һалымдарҙы түләү өсөн 1 декабргә тиклем ваҡыт бирелә.

Фото: Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас